30 март
30 март — рәсми календарь буйынса йылдың 89-сы (кәбисә йылында 90-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 276 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Мосолман илдәрендә Ураҙа байрамы
- Ҡәләм көнө.
- Ҡояш менән «ҡосаҡлашыу» көнө.
- Паркта саф һауала йөрөү көнө.
Испания: Барселона: Сәскәләр көнө.
Фәләстин Дәүләте: Ерҙе яҡлау көнө.
Ер: Һөнәрселәр көнө.
АҠШ: Табиптар көнө.
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы: Инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ракета-космос оборонаһы ғәскәрҙәре көнө.
- 1919 йыл: Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағында Башҡортостан АССР-ының вәкиллеге булдырыла.
- 1970 йыл: СССР-ҙа «Белое солнце пустыни» фильмы экрандарға сыға.
тулы исемлек
- 1981 йыл: СССР-ҙа тәүге тапҡыр йәйге ваҡыт индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кушнаренко Иван Ильич (1895—17.09.1935), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, Октябрь революцияһында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, ауыл хужалығында коллективлаштырыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. 1933—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариатының машина-трактор станциялары сәйәси секторы начальнигы. ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бюро ағзаһы, ВКП (б)-ның XVII съезы делегаты. Фамилияһы хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районына бирелгән.
- Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы (1955), математик-ғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2014 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры, 2020 йылдан — университеттың беренсе проректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2016), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. (2010). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1986). Вьетнамдың (2016) һәм Тажикстан Республикаһының (2016) Дуҫлыҡ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Чуйков Юрий Сергеевич (1950), биолог-ғалим, Әстерхан дәүләт университетының биология кафедраһы профессоры, биология фәндәре докторы (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (1996), Фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы (2001) һәм Ф. Р. Штильмарк исемендәге әҙәби премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан, хәрби лётчик улы.
- Ватолин Павел Леонидович (1960), механик-инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2000 йылдан Мәсетле районының хәҙерге «Ленинский» хужалығы рәйесе, бер нисә саҡырылыш район советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2017) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Һиҙиәтов Илдар Ишмырҙа улы (1960), хирург-ғалим. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Иҙрис Кәлимуллин (1965), театр актёры, йырсы. 1989 йылдан бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театры актёры, 1997 йылдан — «Сәйәр» эстрада театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2011), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты.
- Котов Игорь Николаевич (1970), спортсы, педагог. Салауат ҡалаһы спорт мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Руслан Нуртдинов (1980), хоккейсы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2007, 2008), Шпенглер кубогын яулаусы (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Айвазов Борис Викторович (1911—15.07.2004), ғалим-физик-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1958—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан — ғилми эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—1967 йылдарҙа физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).
- Рәдиф Ғаташ (Ғатауллин Рәдиф Кәшфулла улы; 1941), журналист, шағир. 1975—2011 йылдарҙа «Казан утлары» журналының шиғриәт бүлеге мөдире. Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2012) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001), Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Марс ауылынан.
тулы исемлек
- Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы (1951), ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).
- Редькина Нина Николаевна (1961), ғалим-ботаник. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, 2008 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2009). Сығышы менән хәҙерге Томск өлкәһе Кожевников районы Терсалгай ауылынан.
- Щепарёв Алексей Михайлович (1976), спортсы. Ғәмәли хәрби күпбәйгеләр буйынса 1999—2006 йылдарҙа «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһаусы. 2000—2004 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (2000) һәм атҡаҙанған (2007) спорт мастеры. Йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр Европа һәм өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәсәүиева Әлиә Сәит ҡыҙы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. 1969—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы хәҙерге 42-се лицейҙың башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—2002 йылдарҙа директорҙың башланғыс синыфтарҙа уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993).
- Бәкеров Наил Кутлужан улы (1952), ғалим-математик, профессор, физика-математика фәндәре докторы (1995). Ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика өлкәһе белгесе.
тулы исемлек
- Ишмөхәмәтова Галина Ғәзим ҡыҙы (1957), матбуғат ветераны, журналист, йәмәғәтсе. 2002 йылдан «Уфа» журналының, 2009 йылдан — «Уфа-Ведомости» гәзитенең, 2018 йылдан — «Уфимские ведомости» гәзитенең һәм «Уфа» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2013), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
- Гурова Зөһрә Ғилмешәрип ҡыҙы (1962), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип. 1980 йылдан Өфө дауаханалары шәфҡәт туташы, 1990 йылдан — акушер-гинекологы. Медицина фәндәре кандидаты (2007). Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Һабанай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Маньков Кирилл Терентьевич (1883—19.06.1979), ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1938—1977 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1957 йылға тиклем иҡтисад һәм социалистик ауыл хужалығы предприятиеларын ойоштороу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1940—1945 йылдарҙа институт директоры урынбаҫары. Өфөнөң бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1946), профессор (1946). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1950), СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенән.
- Гордеев Алексей Ильич (1918—2.04.1982), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан Хәйбулла районы «Победа» колхозы рәйесе, 1955 йылдан «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозының ферма мөдире, 1959 йылдан Ленин исемендәге колхоз бригадиры, 1970—1978 йылдарҙа — хужалыҡ мөдире (завхоз). III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Яңы Ташлы утарынан.
тулы исемлек
- Солтанов Фуат Фәйзрахман улы (1928—2003), ғалим-физиолог. 1988 йылдан Төркмән ССР-ы Фәндәр академияһының вице-президенты. Төркмәнстан Фәндәр академияһы (1975) һәм Медицина фәндәре академияһы (1992) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1967). Төркмәнстандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), Төркмән ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1970). Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1978) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Төркмәнстандың Ташауыҙ ҡалаһынан.
- Климова Нина Николаевна (1948), нефтсе. 1968—1996 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылынан.
- Кашанова Альбина Рәфис ҡыҙы (1968), театр артисы. 1991 йылдан хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Түбәнге Һикеяҙ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стариков Алексей Маркович (1909—14.03.1984), төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 1946 йылдан Өфөләге «Башнефтезаводстрой» тресы идарасыһы, 1970 йылдан — Өфө нефть институтының капиталь төҙөлөш буйынса проректоры Башҡорт АССР-ының дүртенсе (1955—1959) һәм етенсе (1967—1971) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1965). Сығышы менән Барнаул ҡалаһынан.
- Имашев Рәшит Фәтих улы (1939—11.03.2007), рәссам. 1973 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003), Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татар АССР‑ының (1986) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Фәтих Кәрим (1999) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2006) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Гриньков Валерий Данилович (1949—9.03.2021), театр актёры, радио- һәм телетапшырыуҙар, төрлө сараларҙы алып барыусы. 1989—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Өфөнөң 6‑сы лицейының «Зеркало» балалар театр студияһы, 2011 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты «Диалог № 38» халыҡ театрының художество етәксеһе. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014). Сығышы менән хәҙерге Екатеринбург ҡалаһынан.
- Әлмөхәмәтов Илдар Әмин улы (1949), инженер-ғалим, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Мәләүез химия заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1991—2001 йылдарҙа — директоры. Техник фәндәр кандидаты (2000). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995), Мәләүез районының һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
- Абуталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы (1954), тел белгесе-ғалим, шағир. Башҡорт дәүләт университетының һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2009), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри биреү хеҙмәткәре (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф отличнигы (1996).
- Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (1974), спортсы, йәмәғәтсе. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне. Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышының вице-чемпионы.
- Баһаутдинов Радик Олег улы (1979), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2007), доцент. Сығышы менән Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Әхмәтдинова Юлиә Риф ҡыҙы (1979), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Күреү буйынса инвалидтар араһында эстафетала ике тапҡыр донъя чемпионы (2003). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1135 йыл: Маймонид, йәһүд философы, мәғрифәтсе, Талмудты аңлатыусы.
- 1870 йыл: Фәтих Кәрими, нәшерсе, яҙыусы.
тулы исемлек
- 1894 йыл: Сергей Ильюшин, СССР авиаконструкторы, академик, өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1899 йыл: Хоменко Василий Афанасьевич, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, генерал-лейтенант.
- 1905 йыл: Алексей Горегляд, СССР-ҙың дәүләт органдары хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945).
- 1920 йыл: Алексей Абдалов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан орденының тулы кавалеры.
- 1925 йыл: Павел Хомский, СССР-ҙың театр режиссёры, педагог. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1948 йыл: Андрей Толубеев, СССР-ҙың театр һәм и кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 2011 йыл: Людмила Гурченко, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең кино һәм театр актёры, эстрада йырсыһы, кинорежиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1983), Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1994).