Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы
Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы (30 март 1951 йыл) — ғалим-тупраҡ белгесе. 1976 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Биология институты хеҙмәткәре, 1984 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998).
Биографияһы
Фәтих Йәһүҙә улы Баһауетдинов 1951 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Благовар районы 2-се Сулпан ауылында тыуған.
1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1976 йылдан алып Биология институтында эшләй. 1984 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр. 1997 йылдан Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыта.
Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың органик матдәләрен өйрәнеүгә арналған. Фәтих Йәһүҙә улы серетмәнең төп компоненттарының яңырыу баланс моделен тәҡдим итә, был үҙ сиратында тупраҡтың органик ҡушылмаларының трансформацияһын билдәләргә, серетмә матдәләренең тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. Ул 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма(недоступная ссылка)
- ↑ Воспроизводство плодородия серых лесных почв(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Баһауетдинов Фәтих Йәһүҙә улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 март 2021)