Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы
Эльбрус Хамит улы Ниғмәтуллин (рус. Нигматуллин Эльбрус Хамитович; 1974 йылдың 30 марты, Субар, Силәбе өлкәһе) — Рәсәй спортсыһы (стронгмен), актёр, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, сығышы менән башҡорт.
Пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышы финалсыһы (10-сы урын), «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе[1]. Гиннестың рекордтар китабына индерелгән бер нисә рекорд ҡуйған.
Тормош юлы
Э. Х. Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Субар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған[1]. Әсәһе — Фәридә Ялал ҡыҙы, һауынсы булып эшләй, йорт хужалығы менән шөғөлләнә. Атаһы — Хәмит Нәби улы, тимерлектә эшләй, күп төҙөлөш эштәрен үҙ ҡулдары менән башҡара[1]. Ғәҙәти булмаған исеме менән Эльбрус әсәһе яғынан олатаһына бурыслы, ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булып, Кавказда булып, Рәсәйҙең иң бейек тауын күреп хайран ҡала[1].
Э. Х. Ниғмәтуллиндың атаһы көрәш (билбаулы көрәш) менән шөғөлләнгән, физик яҡтан бик көслө кеше булған. Был улының спортҡа ылығыуына йоғонто яһай — 12 йәшенән Э. Х. Ниғмәтуллин спорт менән шөғөлләнә. Башта баскетбол, яңғыҙ көрәш, ауыр атлетика менән шөғөлләнгән. 13 йәшендә үҙ йорто ихатаһында запас частарҙан һәм металл ҡалдыҡтарынан тренажёр залы эшләгән. Үҙ аллы күнекмәләр яһаған — төп тренерҙары спорт гәзиттәре һәм журналдары булған[1]. Шул саҡта тәүге еңеүҙәр ҙә башлана — һабантуйҙа күп йылдар чемпион булған өлкән ир-атты еңә. 18 йәшендә Арғаяш районы чемпионатының көмөш призёры була[1].
1991 йылда Аҡбаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң Силәбегә күсеп китә[2]. 1991—1992 йылдарҙа 100-сө һөнәри-техник училищела ағас эшкәртеүсе-балта оҫтаһы һәм ташсы 4-се разряд һөнәре буйынса уҡый, 1992—1994 йылдарҙа — Силәбе сәнәғәт-педагогия техникумында машиналар эшләү предприятиелары ҡорамалдарын монтажлау һәм ремонтлау һөнәре буйынса уҡый[2]. 1997—2007 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура университетында «Физик культура һәм спорт» һөнәре буйынса уҡый[2][3].
Спорт карьераһы
Көс спорт төрҙәре менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә: 1995—2001 йылдарҙа — ауыр атлетика, пауэрлифтинг, армрестлинг, 2001 йылдан — көс экстримы.
1991—2001 йылдарҙағы спорт ҡаҙаныштары:
- Рәсәйҙең көс алтыбәйгеһе еңеүсеһе (1994, Силәбе өлкәһе Красноармейск районы Миасское ауылы);
- Беренсе Бөтә Рәсәй ауыл спорт уйындарында арҡан тартышта Силәбе өлкәһе командаһы составында еңеүсе (категория 120 кг-ҙан юғары) (1995, Волгоград өлкәһе Городище ауылы);
- пауэрлифтинг буйынса Рәсәй чемпионы юниорҙар араһында 110 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында (1997, Рузаевка);
- вице-чемпион (1999, Шатура), армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы (2000, Силәбе) (ауырлығы 110 кг-ҙан юғары).
РФ-ның пауэрлифтинг (1997) һәм армрестлинг (2000) буйынса спорт мастеры.
2001 йылда көс экстримына күсә. Шул уҡ йылда «Толстяк» компанияһы призына Бөтә Рәсәй көслөләр турниры (Мәскәү) һәм «Урал титандары» турниры (Екатеринбург) еңеүсеһе була.
2002—2005 йылдарҙа Украинала «Богатырские игры» серияһының халыҡ-ара турнирҙарында ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- команда турнирында бронза призёр (Украина-Рәсәй-Шотландия) (2003, Киев);
- команда турнирында көмөш призёр (Украина-Рәсәй) (2003, Севастополь);
- «Василий Кубогы»ның бронза призёры (2005, Ивано-Франковск).
2004 йылдан стронгмен буйынса Гран-при Супер Серия турнирҙарында ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- 3 (4)-се урын — 2005, (Мальборк, Польша);
- Европа чемпионатында 10-сы урын (IFSA);
- көмөш призёр — 2006 (Мәскәү, Рәсәй).
2005—2008 йылдарҙа «World’s Strongest Man» (Планетаның иң көслө кешеһе) турнирында ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- 2005 йылда — парлы стронгмен буйынса донъя вице-чемпионы (М. Кокляев менән парҙа) (Познань, Польша).
2005 йылдан «World Strongman Cup» турнирҙары серияһы этаптарында ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- 2005 йылдың 8-се этабының (Ханты-Мансийск, Рәсәй) һәм 2006 йылдың 1-се (Рига, Латвия), 3-сө (Минск, Беларусь), 5-се (Мәскәү, Рәсәй) этаптарының бронза призёры;
- 2006 йылдың 8-се этабының көмөш призёры (Подольск, Рәсәй).
Рәсәйҙә 2004—2005 йылдарҙа Көс экстримы профессиональ лигаһы (экс-президент В. Турчинский) ойошторған «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» турниры финалдарында ҡатнаша. 2004 йылда был турнирҙың бронза призёры, 2005 йылда — көмөш призёры була.
2006—2008 йылдарҙа өс тапҡыр «Байкал батыры» көслөләр турнирының еңеүсеһе була (Иркутск).
Рәсәй рекордсыһы транспорт сараларын тартыу буйынса: ике автобус бәйләнешен тартыу (29 май 2006, Силәбе) — 29,4 тн 10 м-ға, «Нагатино» йөк карабын ауырлығы 760 тонн 20 м-ға тартыу (10 октябрь 2009, Өфө, Ағиҙел йылғаһы)[4][5]. Уның алдағы йылға карабын тартыу буйынса рекорды (17 октябрь 2006, Мәскәү-йылғаһы, «Иван Калита» т/х) — 186 тн 10 м-ға.
Спорт ярыштарында ҡатнашыуҙан тыш, спорт ойоштороусыһы һәм тренеры булараҡ билдәле:
- Силәбе өлкәһе армрестлинг федерацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм беренсе президенты (1999—2002);
- Рәсәйҙең иң көслө атлеттар федерацияһы вице-президенты (Мәскәү, 2004 йылдан)[2];
- «ElbrusTeam» көс экстримы спорт мәктәбенә нигеҙ һалыусы һәм етәксе (2005 йылдан);
- Силәбе өлкәһе билбаулы көрәш (көрәш) федерацияһын ойоштороусыларҙың береһе (2007).
Уның етәкселегендә Силәбелә Дмитрий Кононец, Михаил Кокляев, Алексей Серебряков кеүек атлеттар стронгмен менән шөғөлләнә башлай.
Йәмәғәт-сәйәси эшмәкәрлеге
Милли йәмәғәт хәрәкәтендә ҡатнаша:
- Силәбе башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы (1999 йылдан);
- Силәбе өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы (2005 йылдан);
- 2007 йылдан Башҡортостан Президентының Силәбе, Ҡурған һәм Төмән өлкәләре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары.
2005 йылдан йәмәғәт-сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә:
- «Родина» партияһының Милли сәйәсәт буйынса советы ағзаһы (2005—2007), «Родина» партияһы исемлеге буйынса Силәбе өлкәһе Ҡануниәт Йыйылышы депутаты итеп һайлана (2005), 2006 йылда вәкәләттәрен тапшыра;
- 2007 йылдан — «Еңеү» Бөтә Рәсәй йәштәр хәрәкәтенең рәйестәше, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының Милли сәйәсәт буйынса советы ағзаһы;
- РФ Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2006 йылдан);
- «Йылы йорт» Силәбе төбәк хәйриә фондының попечителдәр советы ағзаһы (2006 йылдан).
2020-се йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров саҡырыуы буйынса Өфөгә күсеп килә[6]. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты («Берҙәм Рәсәй» фракцияһы)[3][6]. «Спортивный клуб «Корэш» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының өлкән инструктор-методисы булып эшләй[3][7].
Актёр карьераһы
«Мин үлмәнем әле, башҡорттарым!» тарихи-документаль фильмында милли герой Салауат Юлаев ролен башҡарыусы булараҡ билдәлелек ала. Шулай уҡ «Жёлтый дракон» телесериалында көнсығыш яңғыҙ көрәш оҫтаһы ролендә төшә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Көньяҡ-Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты» ФДБМ Юғары белем биреү учреждениеһында вахтёр булып башлай. 2009–2013 йылдарҙа Силәбе дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһында лаборант булып эшләй. 2013–2017 йылдарҙа — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының спорт дисциплинаһы кафедраһы доценты[2]. 2020–2022 йылдарҙа — РОО «Башҡортостан Республикаһының көрәш һәм билбаулы көрәш спорт федерацияһы» инструктор-методисы. 2022 йылдан — АНО «Спортивный клуб «Корэш»-тың өлкән инструктор-методисы[3].
Әҙәбиәт
- Борьба куреш, национальная культура и национальный характер // Культура татар и башкир на Южном Урале: к 450-летию вхождения Башкирии в состав России (сб. мат-лов. науч.-практ. конф.) — Челябинск, 2006.
- Нельзя играть на чувствах верующих людей и допускать проявления экстремизма // Челябинский рабочий. — 2006. — 15 марта.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Нигматуллин Эльбрус Хамитович. Край Челябинский. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Эльбрус Нигматуллин. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Нигматуллин Эльбрус Хамитович. Депутаты «Единой России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Самый сильный человек России протащил теплоход весом 760 тонн. РИА Новости (11 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Самый сильный человек России установил рекорд в Уфе. Комсомольская правда (12 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ 1 2 Радий Хабиров: Здорово, когда земляки возвращаются домой. РесБаш (8 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Турнир «Батыры Зауралья». Культура Сибая (20 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
Һылтанмалар
- Эльбрус Ниғмәтуллиндың рәсми сайты
- Эльбрус Ниғмәтуллин «Край Челябинский» сайтында
- Эльбрус Ниғмәтуллин «Берҙәм Рәсәй» депутаттары сайтында