Айвазов Борис Викторович
Борис Викторович Айвазов (рус. Борис Викторович Айвазов; 1911 йылдың 30 марты, Санкт-Петербург — 2004 йылдың 15 июле, Өфө) — ғалим-физик-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре кандидаты (1949). 1962—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ғилми эштәр буйынса проректоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975)[1].
Биографияһы
Б. В. Айвазов 1911 йылдың 30 мартында Санкт-Петербургта тыуған[1]. 1931 йылда Дәүләт гидрология институтында лаборант булып хеҙмәт юлын башлай[1].
1934 йылда СССР Фәндәр академияһының Химик физика институтына эшкә күсә. 1941 йылда институт менән бергә Ҡазанға эвакуациялана, 1943 йылда Мәскәүгә күсерелә[1]. 1949 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Горький дәүләт университетында доцент булып эшләй, радиохимия лабораторияһын ойоштора һәм етәкләй[1]. 1951 йылда Өфөгә күсеп, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай[1]. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия кафедраһы доценты була. 1960 йылда физик химия кафедраһы мөдире итеп һайлана. 1962—1982 йылдарҙа университеттың ғилми эштәр буйынса проректоры вазифаһын башҡара[1]. 2004 йылдың 15 июлендә Өфөлә вафат була. Санкт-Петербургта ерләнгән[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
Ғилми тикшеренеүҙәре углеводородтарҙың түбән температураларҙа окисланыу механизмын, ҡатнаш ҡаты ракета яғыулыҡтарын өйрәнеүгә һәм химик процестарҙы тикшереүҙә тамғаланған атомдарҙы ҡулланыуға арналған. Нефть дистилляттарында һәм һауала көкөрторганик берләшмәләрҙе анализлауҙың хроматографик ысулдарын эшләгән. 100-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. 1975 йылда Республика хроматография семинарының эшен ойоштора. Алты фән кандидаты әҙерләгән[1].
Химия һәм химия-технология һөнәрҙәре студенттары өсөн газ хроматографияһы буйынса уҡыу әсбабы авторы[2].
Ғилми хеҙмәттәре
- Физико-химические константы сераорганических соединений. — Москва: Химия, 1964 (авторҙаш).
- Айвазов Б. В. Основы газовой хроматографии: учебное пособие для химических специальностей вузов. — Москва: Высшая школа, 1977. — 183 с.[2]
- Айвазов Б. В. Введение в хроматографию. — Москва: Высшая школа, 1983.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1945).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967).
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы. Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970).
- СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Пугачев Валерий, Ахметханов Ринат. Талант и признание Бориса Айвазова. Вечерняя Уфа (10 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2026.
- ↑ 1 2 Айвазов, Борис Викторович. Основы газовой хроматографии. Российская государственная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2026.
Һылтанмалар
- Айвазов Борис Викторович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Пугачев В., Ахметханов Р. Талант и признание Бориса Айвазова // Вечерняя Уфа. 2021