Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
Һөнәр төрө ғалим
Атаһы Бәхтизин Нәзиф Раян улы
Рәсми сайт anrb.ru/blog/alias/sp
Эш урыны
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 30 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (69 йәш)
Рәсем
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Тыуған урыны

Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы (30 март 1955 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (2016), Физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1994). 2014—2019 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры[1]. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018). Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2010). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1986). Вьетнамдың (2016) һәм Таджикстан Республикаһының (2016) Дуҫлыҡ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин 1955 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[2]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының элекке мөхбир ағзаһы, үҫемлек белгесе Нәзиф Бәхтизиндың (1927—2007) улы.

1977 йылда Санкт-Петербург дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлаған. («Математика» һөнәре буйынса).

1980—1983 йылдарҙа М. Азизбеков исемендәге Әзербайжан нефть һәм газ институты аспиранты, 1990—1992 йылдарҙа — докторанты.

1977 йылдан Өфө нефть институтында (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) төрлө вазифаларҙа эшләй: юғары математика кафедраһы инженеры, уҡытыусыһы, профессоры, кафедра мөдире, вуздың фән буйынса проректоры, 2014 йылдан — ректор вазифаһын башҡарыусы, 2015 йылдан — ректор.

2015 йылдың 24 апрелендә Өфө дәүләт нефть техник университеты ректорын һайлау буйынса конференция булды. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә өс кандидат араһынан профессор, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Бәхтизин еңеүсе тип иғлан ителде. Ул 2014 йылдан алып вуз ректоры вазифаһын башҡарыусы ине.

2011—2015 йылдарҙа Рәмил Нәзиф улы бер үк ваҡытта Башҡортостан Фәндәр Академияһы Президенты булды[3].

2016 йылдың сентябрендә Рәмил Бәхтизин Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәтенә лайыҡ булды[4], ә Рәсәй һәм Вьетнам халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙағы, белем биреү һәм фән өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Вьетнам Социалистик Республикаһының Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде[5].

2016 йылдың 31 октябрендә Өфө дәүләт нефть техник университетының Ғилми советы ултырышында Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Олимхон Шамсов вуз ректоры Рәмил Бәхтизинға Тажикстандың Дуҫлыҡ орденынын тапшырҙы[6].

2016 йылдың 9 сентябрендә үткән һайлау йомғаҡтары буйынса, юғары уҡыу йорто етәксеһе Чеверев округы (Дүртөйлө һәм Илеш райондары) һайлаусыларының 80 процент тауышын йыйып, ҙур өҫтөнлөк менән оппоненттарын уҙып китте һәм Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үҙенең депутатлыҡ эшмәкәрлеге барышында Рәмил Бәхтизин төрлө өлкәләрҙә бер нисә закон сығарыу башланғысын индерергә ниәтләй. Тәү сиратта был «Терәк юғары уҡыу йорто тураһында» ҡанун, шулай уҡ район мәктәптәрендә робот техникаһы кластарын булдырыуға ярҙам итергә һәләтле закондар. Минең тәжрибәм, шулай уҡ коллегаларымдың тәжрибәһе һәм белеме Башҡортостандың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итер тип иҫәпләйем, — тип билдәләй Рәмил Бәхтизин. — Төбәк инфраструктураһын һәм социаль үҫешен яҡшыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса алдыбыҙҙа ҙур эш тора[7].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018)[7].
  • Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе (2018)[8].
  • Рәсәй һәм Әзербайжан вуздары ассоциацияһының рәйестәше (2016).
    • 2016 йылдың 28 ноябрендә Рәмил Бәхтизин Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы составында Әзербайжан Президенты Илһам Алиев менән осрашыуҙа ҡатнашты[9].
    • 2018 йылдың октябрендә Рәмил Бәхтизин Өфө дәүләт нефть техник университеты делагацияһы менән Әзербайджанда Рәсәйҙең 15 юғары уҡыу йорто менән берлектә «Мәғариф—2018» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты[10].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе:

  • атаһы Бәхтизин Нәзиф Раян улы[14] (1927—2007) — профессор, 1961—1973 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) проректоры һәм ректоры.
  • Әсәһе Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы (Әмирова) — математика уҡытыусыһы;
  • Ҡатыны Милә Рәшит ҡыҙы (Мөлөкова) — архитектор;
  • ҡыҙы Әлиә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Новым ректором УГНТУ избран бывший проректор Олег Баулин. Сайт «Коммерсантъ Уфа», 2019, 25 декабря
  2. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в республике Башкортостан»
  3. Республика Фәндәр академияһы президенты отставкаға китте —2015 йыл, 29 сентябрь. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова
  4. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2016, 15 сентябрь 2016 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
  5. Ректор Уфимского нефтяного университета удостоен государственной награды Вьетнама. Информационное агентство "Башинформ, 2016, 13 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  6. 6,0 6,1 Ректор УГНТУ награжден орденом Дружбы Республики Таджикистан. Информационное агентство «Башинформ», 2016, 1 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 ноябрь 2016)
  7. 7,0 7,1 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты статусы яңы мөмкинлектәр аса — Рәмил Бәхтизин. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 18 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2018)
  8. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе итеп һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 9 октябрь (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2018)
  9. Ректор Уфимского нефтяного университета в составе российской делегации встретился с Президентом Азербайджана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016)
  10. УГНТУ принял участие в Азербайджанской международной выставке «Образование». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 15 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
  11. Ученые из Уфы получили госпремии Республики Татарстан в области науки и техники. ИА «Башинформ», 2020, 9 февраля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2020)
  12. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
  13. Информационное агентство "Башинформ, 2015, 30 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2016)
  14. БАХТИЗИН Назиф(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]