Бәкеров Наил Кутлужан улы
Наил Ҡотлойән улы Бәкеров (рус. Наи́ль Кутлужа́нович Баки́ров; 1952 йылдың 30 марты, Ҡарағанды, Ҡарағанда өлкәһе, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР — 2010 йылдың 23 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй математигы, профессор, физика-математика фәндәре докторы (1995). Ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика өлкәһе белгесе.
Биографияһы
Наил Ҡотлойән улы Бәкеров 1952 йылдың 30 мартында Ҡаҙаҡ ССР-ының Ҡарағанды ҡалаһында тыуа. Атаһы — Ҡотлохәкимйән улы Бәкеров — нефтсе, Ҡаҙағстандың атҡаҙанған геологы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, әсәһе — Зәкиә Абдрахман ҡыҙы Бәкерова, күҙ табибы.
1969 йылда Аҡтүбәлә мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тормошон Өфө менән бәйләй. Бында ул 1974 йылдың ноябренән — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында аспирант була, 1977 йылдың ноябренән — кесе ғилми хеҙмәткәр, 1986 йылдың июленән — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының физика һәм математика бүлеге ғилми хеҙмәткәре. Өфөлә Математика институты ойошторолғандан һуң, унда өлкән ғилми хеҙмәткәр (1988 йылдың июленән) һәм әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр (1996 йылдың июненән) булып эшләй.
1979 йылда — кандидатлыҡ, 1995 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (икеһе диссертацияһын да Санкт-Петербург дәүләт университетында яҡлай). Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй. "Өфө математика журналы"ның мөхәрририәте коллегияһы ағзаһы була[2].
2010 йылдың 23 мартында өйөнә ҡайтып барғанда машина бәреп китеүҙән һәләк була[3]
Ҡыҙыҡһыныуҙары
Наил Бәкеров һыу туризмы, өҫтәл теннисы, карате һәм башҡа спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһына. 80-90-сы йылдарҙа Себер һәм Алыҫ Көнсығыштың тау йылғаларынан ағып төшә. 50 йәшендә өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидат исеме ала[4].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғилманов Р. Ғ. Бәкеров Наил Ҡотлойән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Публикации Н. К. Бакирова на математическом портале Math-Net.Ru
- Памяти Бакирова Наиля Кутлужановича // Уфимский математический журнал. — 2010. — Т. 2, № 3. — С. 5—6. — ISSN 2074-1863.
- Памяти Бакирова Наиля Кутлужановича