Ҡарағанды өлкәһе
Ҡарағанды өлкәһе (ҡаҙ. Қарағанды облысы, Qarağandy oblysy) — Ҡаҙағстандың урта өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Ҡарағанды ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 239 045 км² (2-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 8,77 %-ын тәшкил итә. 2022 йылдың 1 ноябренә ҡарата халыҡ һаны 1 134 251 кеше.
Хәҙерге ваҡытта Ҡарағанды өлкәһе — сәнәғәт потенциалы буйынса иң ҙур өлкәләрҙең береһе. Олотау өлкәһен бүлеп алғандан һуң, майҙан буйынса беренселек Аҡтүбә өлкәһенә күсә.
Өлкәнең сиктәштәре:
- Төньяҡта — Аҡмола өлкәһе
- Төньяҡ-көнсығышта — Павлодар өлкәһе
- Көнсығышта — Абай өлкәһе
- Көньяҡ-көнсығышта — Етеһыу һәм Алматы өлкәһе
- Көньяҡта — Ямбыл өлкәһе
- Көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта — Олотау өлкәһе
- Төньяҡ-көнбайышта — Ҡостанай өлкәһе
Рельефы
Өлкә Ҡаҙағстандың Һары арҡаһының иң бейек өлөшөн биләй. Ул үҙенсәлекле, бәләкәй генә, текә ярлы тәпәш таулы массивтары булған дала. Биләмәнең хас билдәләре — тығыҙ тоҡымдарҙың ҡая рәүешендә сығыуы, таш өйкөмдәренә бай, рельефы буйынса киҫелгән һәм болайыҡ булыуы.
Климаты
Климаты континенталь. Ҡыш һыуыҡ, ҡайһы бер йылдарҙа бик ҡаты, буранлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16−17°С. Йәй эҫе, ҡоро, елле. Июлдең уртаса температураһы 20—21°С. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары өлкәнең төньяғында 250—300 мм, көньяғында 150—210 мм, түбән таулы райондарҙа 300—400 мм тәшкил итеүе күҙәтелә. Ямғыр башлыса апрелдән октябргә тиклем яуа.
Гидрографияһы
Хужалыҡ өсөн баш мөһимле йылға: Балхаш — Иртыш һыу айырғысынан башланып, Диңгеҙ күленә ҡойоусы Нура һәм уның ҡушылдығы Серебайнура йылғаһы. Ҡарағанды өлкәһенең йылғалары башлыса аҙ һыулы.
Өлкә биләмәһендә 1910 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 926 км² тәшкил итә. Күпселек күлдәрҙә һыу кимәле яҙын ҡапыл күтәрелеп йәйен кире төшә. Шуға күрә көҙгә табан күлдәрҙең яр буйҙарында татырлауыҡтар барлыҡҡа килә. Иң ҙур күл — Балхаш.
Тарихы
XIX быуатта Ҡарағанды өлкәһе биләмәһендә Урта йөҙҙөң ҡәбиләләре йәшәй: Арғындар (Ҡаракиҫәк, Ҡыуандыҡ, Һөйөндөк, Тубыҡты, Тараҡты). Совет осоронда өлкә биләмәһендә коллективлаштырыу үткәрелә — Ҡарағанды ҡалаһы прокуратураһы документтары буйынса, 1931 йылдың 12 апрелендә бер ауылда сығыш була, бөтә сығыш яһаусылар ҡулға алына. Артабан шуларҙың 39-ы атыуға хөкөм ителә.
Ҡарағанды өлкәһе 1932 йылдың 10 мартында Ҡаҙаҡ АССР-ы составында барлыҡҡа килә. Башта уның өлкә үҙәге Петропавловск ҡалаһы була. 1936 йылдың 29 июлендә унан 25 райондан торған Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе айырылып сыға. 1936 йылдың 3 авгусынан өлкә үҙәге Ҡарағанды ҡалаһында урынла. 1936 йылдың 5 декабренән өлкә Ҡаҙаҡ ССР-ы составында була.
СССР Юғары Советы Президиумы указы буйынса 1939 йылдың 14 октябрендә Акмолинск ҡалаһы, шулай уҡ Акмола, Вишневский, Новочеркасский һәм Эркеншилик райондары яңы ойошторолған Акмола өлкәһе составына индерелгән.
1973 йылдың 20 мартында Ҡарағанды өлкәһенең көньяҡ өлөшөн айырып, Еҙҡаҙған өлкәһе ойошторола.
1997 йылда Ҡарағанды өлкәһенә ҡабаттан Еҙҡаҙған өлкәһенең биләмәһе индерелә.
2021 йылдың 9 сентябрендә Ҡарағанды өлкәһе менән Бразилияның Баия штаты араһында туғандашлыҡ мөнәсәбәте булдырыла.
2022 йылдың 16 мартында Ҡаҙаҡстан Республикаһы Президенты Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Парламент палаталарының уртаҡ ултырышында Ҡарағанды өлкәһенең бер өлөшөнән яңы Олотау өлкәһе ойоштороласағы тураһында белдерҙе. Уның составына Еҙҡаҙған ҡалаһын (административ үҙәк итеп), Ҡараял, Сәтбаев ҡалаларын, шулай уҡ Яңарҡа һәм Олотау райондарын индереү тәҡдим ителде.
- ↑ О назначении Булекпаева Е.К. akorda.kz (8 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2022. Архивировано 8 декабрь 2022 года.
- ↑ 1 2 [https://www.stat.gov.kz/official/industry/61/statistic/6 Об изменении численности населения Республики Казахстан с начала 2022 года до 1 ноября 2022 года]. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022. Архивировано 3 декабрь 2022 года.