Павлодар өлкәһе

Павлодар өлкәһе (ҡаҙ. Павлодар облысы, Pavlodar oblysy) — Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Павлодар ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 124 926 км² (11-сы урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 4.6 %-ын тәшкил итә. 2021 йылдың башына халыҡ һаны 756,755 кеше.

2022 йылдың 8 июненә тиклем Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе менән сиктәш була.

Өлкә составында 10 район, өлкә әһәмиәтендәге 3 ҡала, 7 ҡасаба һәм 408 ауыл бар. Өлкәнең сиктәштәре:

Географик мәғлүмәт

Өлкә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Павлодар өлкәһе биләмәһенең күпселек өлөшө Иртыш йылғаһының урта ағымындағы тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.

Климаты

Павлодар өлкәһе биләмәһе, Төньяҡ Ҡаҙағстандың башҡа өлкәләре кеүек, Уртаса Көнбайыш-Себер климаты өлкәһенә ҡарай, киҫкен континенталь климат менән характерлана. Ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ (5,5 ай), йәй ҡыҫҡа һәм эҫе (3 ай).

Гидрографияһы

Өлкәнең күп өлөшө Ер шарындағы иң ҙур тигеҙлек булған Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан. Төбәктең көньяҡ-көнбайышында, ярымсүллекле далалар һәм һирәк үҫемлекле ваҡ убалар араһында бәләкәй тау-урмандар осрай.

Өлкә биләмәһе аша 140-тан ашыу йылға аға. Берҙән-бер ҙур йылға — Иртыш, ул көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 500 километрға һуҙыла. Иртыш йылғаһынан Ҡарағанды ҡалаһына тиклем Иртыш — Ҡарағанды каналы төҙөлгән, уның өҫтөндә бер нисә быуа һәм һыуһаҡлағыс бар. Өлкәлә күлдәр күп, уларҙың күбеһе тоҙло: Силәтдиңгеҙ, Ҡыҙылҡаҡ, Ялаулы, Сүрексор, Ҡарасор, Ямантоҙ, Ҡалҡаман һәм башҡалар — һул ярҙа; Мараллы, Муйыллы, Оло Айбулат һәм башҡалар — уң ярҙа урынлашҡан.»

Павлодар өлкәһендә 1200 ашыу бәләкәй күлдәр иҫәптә. Уларҙың яҡынса йөҙө сөсө, ҡалғандары тоҙло. Өлкә биләмәһендә ун бер ер аҫты һыу ятҡылығы тикшерелгән, уларҙың файҙаланыу запасы тәүлеккә 3,8 миллион куб метр тәшкил итә. Барлыҡ сығанаҡтар ҙа эсеү һәм һуғарыу өсөн яраҡлы.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Павлодар өлкәһе Ҡаҙағстандағы иң ҙур файҙалы ҡаҙылма сығанаҡтарының береһе. Төбәк байлыҡтарының дөйөм баһалау хаҡы 460 миллиард доллар. Бында күмер, төрлө металдар, шул иҫәптән алтын, төҙөлөш материалдары һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар бар. Ҡайһы бер ятҡылыҡтар күптән ҡулланыла, ә ҡайһы берҙәре өҫтәмә өйрәнелә, ҡаҙылмаларҙың аныҡ запастары һәм ҡаҙып алыу шарттары тикшерелә.

Павлодар өлкәһе Ҡаҙағстандағы күмер запастарының өстән бер өлөшөн үҙ эсенә ала. Иң ҙур ятҡылыҡтар — Икебаштоҙ һәм Майкүбе, уларҙа 10,5 миллиард һәм 2,2 миллиард тонна күмер һаҡлана. Шулай уҡ 9 перспективалы ятҡылыҡ бар, уларҙың дөйөм запасы яҡынса 3 миллиард тонна күмер тәшкил итә.

Халыҡ һаны

Павлодар өлкәһенең халыҡ һаны[3][4]
1970 1979 1989 14.02.1999 2003 2004 2005 2006 2007
697 947 805 660 943 745 806 983 748 651 745 238 743 826 742 911 744 860
2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016
746 454 742 276 744 363 746 163 747 055 749 154 752 793 755 778 758 479
2017 2018 2019 2020 2021 2022
757 014 754 854 753 853 752 169 751 011 748 600

2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Павлодар өлкәһендә халыҡ һаны 747,1 мең кеше. Өлкә буйынса халыҡ тығыҙлығы уртаса 1 км² майҙанға 6 кеше. Ҡала халҡы — 514,4 мең, ауыл халҡы — 232,7 мең кеше. Ҡала халҡы дөйөм халыҡ һанының 64 процентына тиң. Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө — 52,9 %, ир-аттар — 47,1 %. 2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 0-15 йәшлек балалар һаны 158,2 мең (дөйөм халыҡ һанының 21,2 %), 16-63 йәштәгеләр — 491,7 мең (65,8 %), 63 йәш һәм унан өлкәндәр — 97,2 мең кеше (13 %).

Примечания

  1. Асаин Байханов назначен акимом Павлодарской области. kazpravda.kz (7 декабрь 2022).
  2. День рождения Павлодарской области. pavlodar.gn.kz (14 ғинуар 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2008.
  3. Division of Kazakhstan (ингл.). pop-stat.mashke.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2016.
  4. Численность населения на начало года, регионы Республики Казахстан, 2003-2015. demoscope.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2022.

Категориялар