Абай өлкәһе

Абай өлкәһе (ҡаҙ. Абай облысы, Abai oblysy) — Ҡаҙағстандың Көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Семей ҡалаһы (2007 йылға тиклем Семипалатинск). Өлкәнең майҙаны 185 500 км² (6-сы урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 6,8 %-ын тәшкил итә. 2021 йылдың башына халыҡ һаны 610,1 мең кеше.

2022 йылдың 8 июнендә ойошторола.

Өлкә составында 10 район һәм өлкә әһәмиәтендәге 2 ҡала бар.

Өлкәнең сиктәштәре:

Рельефы

Өлкәнең күпселек өлөшөн Һары арҡаның көнсығыш өлөшө биләй. Уның өҫтө 500—700 м булған убалы тигеҙлек. Көньяҡ-көнсығышта 3 000 м бейеклеккә еткән Тарбағатай һырты һуҙылып ята, ул Зайсан һәм Балхаш-Алакүл упҡынын айыра. Өлкәнең төньяҡ өлөшө ҡара тупраҡлы далалар менән ҡапланған, әммә ҙур өлөшөндә буҙ дала өҫтөнлөк итә.

Гидрографияы

Ҡаҙағстандың бөтә һыу запастарының 40%-тан ашыуы илдең Көнсығышта тупланған. Өлкәнең төп һыу тамыры — Иртыш йылғаһы, унда Шүлбин ГЭС-ы урынлашҡан. Абай өлкәһендә күлдәр күп, улар араһында иң ҙурҙары — Алакүл һәм Һаҫыҡкүл, шулай уҡ Сүлбә һыу һаҡлағысы.

Климаты

Климат ҡырҡа континенталь, һауа температураһының көндөҙгө һәм йыллыҡ тирбәлеше ҙур. Ҡыш ҡаты, йәй эҫе. Ғинуарҙың уртаса температураһы -17 °C, июлдеке +21 °C, йыллыҡ яуым-төшөм 300 мм тәшкил итә. Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге 2,3 м/с, һауаның уртаса йыллыҡ дымлылығы — 66 %.

Тарихы

XIX быуатта Абай өлкәһе биләмәләрендә Урта йөҙҙөң ҡәбиләләре йәшәй: наймандар (бура, тәүке, ҡаратай, ҡаракирәй, матай, саҙыр, төртүл, терестаңбалы, аҡнайман, байегет, йомоҡ, ҡарауыляһаҡ, сибан ырыуҙары), арғындар (бөсөнтейен, ҡаракиҫәк, тубыҡты ырыуҙары), тараҡтылар, кирәйҙәр һәм ваҡтар.

939—1997 йылдарҙа был территорияла административ үҙәге Семипалатинск булған Семипалатинск өлкәһе урынлашҡан (2007 йылдан — Семей). Семипалатинск өлкәһе 1939 йылдың 14 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән ойошторолған һәм Ҡаҙағстан Республикаһында ҡала. 1997 йылдың 3 майында Президент Нурсолтан Назарбаев указы менән өлкәне юҡҡа бөтөрә һәм уның территорияһын Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенә индерә.

2022 йылдың 16 мартында Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы парламенттың уртаҡ ултырышында Ҡаҙағстан халҡына мөрәжәғәт итеп, Абай өлкәһен булдырыу тәҡдимен белдерҙе:

« …Семипалатинск төбәгендә Абай өлкәһен булдырыу тәҡдим ителә. Семей ҡалаһы яңы өлкәнең административ үҙәге буласаҡ. Был мәсьәлә ошо төбәк халҡы тарафынан күптән күтәрелә килә. Хәҙерге ваҡытта был төбәктә күп проблемалар хәл ителмәгән, эске инфраструктура ныҡ туҙған. »

Абай өлкәһе 2022 йылдың 8 июнендә Ҡаҙағстан Президентының 2022 йылдың 4 майындағы указына ярашлы ойошторола. Абай өлкәһе составына 1997 йылға тиклем элекке Семипалатинск өлкәһе составына ингән территориялар инә.

Халыҡ һаны

Абай өлкәһенең халыҡ һаны
2022 2023
611 888 610 158
  1. 1 2 Как разделят Восточно-Казахстанскую область. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2022. Архивировано 3 май 2022 года.

Категориялар