Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе

Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе (ҡаҙ. Шығыс Қазақстан облысы, Şyğys Qazaqstan oblysy) — Ҡаҙағстандың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Өскәмән ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 97,8 км² (17-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 3,59 %-ын тәшкил итә. 2021 йылдың башына ҡарата халыҡ һаны 717 мең кеше.

Өлкәнең иң бейек нөктәһе — Боҙтау тауы.

Өлкә 9 райондан һәм 2 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора. Өлкәнең сиктәштәре:

Тарих

XIX быуатта Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе биләмәһендә Урта йөҙ ҡәбиләләре — Наймандар (Бура, Ҡаратай, Күкярлы, Ҡаракирәй, Саҙыр, Төртүл, Матай, Ҡарауыляһаҡ, Сыбан, Байегет, Йомоҡ, Тәүке, Морон, Байғана, Ҡырйы, Йәштабан һәм Аҡнайман ырыуҙары), Арғындар (Тараҡты, Ҡаракиҫәк һәм Тубыҡты ырыуҙары), Кирәйҙәр һәм Ваҡтар йәшәй.

1920 йылдың 26 авгусында РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) Автономиялы Социалистик Совет Республикаһын ойоштороу тураһында» декрет ҡабул ителде. Уның эсенә Павлодар, Семей, Өскәмән, Зайсан һәм Ҡарҡаралы өйәҙҙәре менән Семей өлкәһе инде.

Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһе 1932 йылдың 20 февралендә Семей ҡалаһы административ үҙәге итеп ойошторола. Өлкә составына 21 район инә. 1939 йылдың 14 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең бер өлөшөнән айырым Семей өлкәһе булдырыла. Кәметелгән Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге Өскәмән ҡалаһына күсерелә. 1997 йылда бөтөрөлгән Семей өлкәһе биләмәһе ҡабаттан Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенә ҡабат индерелә. Зурайтылған өлкәнең административ үҙәге булып Өскәмән ҡалаһы ҡалдырыла.

2022 йылдың мартында Ҡаҙағстан Президенты Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенән айырым Абай өлкәһен булдырыу тәҡдимен индерҙе. Уның составына элекке Семей өлкәһендәге райондар һәм ҡалалар инә.

2024 йылдың октябрендә өлкәлә Күптырма һыу һаҡлағысы аша үткән Күптырма күпере асыла. Асылған ваҡытта ул Ҡаҙағстандағы иң оҙон күпер булып тора.

Климаты

Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Евразияның үҙәк өлөшөндә урынлашыуы һәм уның биләмәһендә Алтай тауҙары булыуы төбәктең төп климат үҙенсәлектәрен билдәләй. Климаты ҡырҡа континенталь: Йәй эҫе һәм уртаса ҡоро, ҡышы — һыуыҡ һәм ҡарлы. Тау итәгендә уртаса һалҡын. Өскәмән ҡалаһы метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ҡышҡы айҙарҙың уртаса температураһы −12 °C-тан −15 °C-ҡа тиклем тирбәлә, Алтай тауҙары итәгендә −9 °C-тан −11 °C-ҡа тиклем. Йәйҙең иң юғары температураһы +45 °C-ҡа тиклем етеүе мөмкин. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 300-ҙән 600 мм-ға тиклем, тауҙарҙа — яҡынса 900 мм, айырым урындарҙа 1500 мм-ға тиклем етә.

Географик мәғлүмәт

Ҡаҙағстандағы бөтә һыу запастарының 40%-тан ашыуы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһендә туплана.

Иң ҙур йылғалары — Ҡара Иртыш, Күптырма, Күрсем, Ҡалйыр, Нарын, Уба һәм Үлбә йылғһы. Өлкәнең төп һыу артерияһы — Иртыш йылғаһы. Уның өҫтөндә ике һыу электр станцияһы урынлашҡан: Күптырма һәм Өскәмән ГЭС-тары.

  1. Численность населения республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов и районных центров и поселков на начало 2021 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  2. Почтовые индексы ВКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2018. Архивировано 12 май 2018 года.