Өскәмән

Өскәмән (ҡаҙ. Звук Өскемен, Öskemen) — Ҡаҙағстандың көнсығыш өлөшөндәге иң ҙур ҡала, 1939 йылдан алып Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге.

Өскәмән ҡалаһы 1720 йылда Рәсәй императоры Пётр I указы буйынса «Усть-Каменная» ҡәлғәһе итеп нигеҙләнә. Уның маҡсаты — дәүләт сиген нығытыу һәм Иртыш йылғаһының үрге ағымындағы алтын ятҡылыҡтарын табыуы. 1868 йылда Өскәмәнгә ҡала статусы бирелә. 1932 йылға тиклем ҡала төрлө административ-территориаль берәмектәргә ҡарай: Томск губернаһына, Омск өлкәһенә, Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) АССР-ының Семей губернаһына, Ҡаҙаҡ АССР-ының Семей округына.

Географик мәғлүмәт

Өскәмән ҡалаһы Ҡаҙағстандың көнсығыш өлөшөндә, Үлбә йылғаһы Иртышҡа ҡойған урында урынлаша. Ул Алтай тауҙарының иң бейек нөктәһе — Боҙтау тауынан яҡынса 280 км. көнбайышта, ә Ҡаҙағстан баш ҡалаһы — Астананан 947 км алыҫлыҡта ята. Был төбәк Алтай тау системаһының мәғдәнле Алтай тип аталған тарихи өлөшөнә ҡарай.

Климаты

Климат — ҡырҡа континенталь, дымлылыҡ кимәле тотороҡһоҙ. Һалҡын осор — ноябрҙән мартҡа тиклем дауам итә. Теркәлгән иң түбән температура — −49 °C (ғинуарҙа), Иң түбән йәйге температура — +4 °C (июлдә), иң юғары температура — +8 °C (ғинуарҙа) һәм +43 °C (июлдә).

Тарихы

Иртыш йылғаһы буйҙары ҡыпсаҡ һәм найман ҡәбиләләре йәшәгән урыны була. XV быуатта хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәһендә йәшәгән ҡәбиләләр берләшеп, Ҡаҙаҡ ханлығын барлыҡҡа килтерә. Ул өс йөҙдән тора (Оло, Урта, Кесе). Көнсығыш Ҡаҙағстанда йәшәгән ҡыпсаҡтар менән наймандар — Урта йөҙгә ҡушыла. XVII быуаттың икенсе яртыһында, хәҙерге ҡала урынлашҡан ерҙән яҡынса 50 км көньяҡта ойрат монастыры булған. Әммә ул Ҡалдан Бошоҡты хан тарафынан емерелә. XVIII быуаттың тәүге яртыһында, ҡаҙаҡ-жуңғар һуғышы ваҡытында, был ерҙәр ҡаты һуғыштар майҙаны була. Был ерҙәрҙә «Аҡтабан һыпыртыу» (Ақтабан шұбырынды, Алқакөл сұлама) тарихи ваҡиғалары булып үтә.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында ҡәлғә янында күскенселәр төпләнә башлай, башлыса Себер казактары. 1762 йылда дин эзәрлекләүҙәренән ҡасып, Польшаға күсенгән рус староверҙарын тыуған яғына ҡайтарыу тураһында указ сыға. Улар өсөн күсеп урынлашыу урыны итеп Алтай биләмәһе тәҡдим ителә.

1868 йылда Өскәмән ҡала статусы ала.

XX быуат башына сауҙа үҫеше дауам итә, пристань һәм Өскәмәнде Риддер менән тоташтырған тарайыҡ тимер юлы һалына.

1938 йылда РубцовскРиддер тимер юлы төҙөлөшө тамамлана. Был юл Мәғдәнле Алтайҙы Транссебер һәм Үзәк Азия магистральдары менән тоташтыра.

1939 йылда Өскәмән Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге була. Шул уҡ йылда Өскәмән ГЭС-ының төҙөлөшө башлана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң, 1941 йылдың көҙөнән алып өлкәгә эвакуацияланған предприятиелар һәм учреждениелар килә башлай. Өскәмәнгә Симферополь мотор ремонты заводы күсерелә. 1942 йылдың көҙөндә Орджоникидзе ҡалаһынан «Электроцинк» заводының ҡорамалдары менән эшелондар килә башлай.

1951 йылдың декабрендә Өскәмән ГЭС-ы сәнәғәткә электр тогы бирә башлай.

Халыҡ һаны

Төп демографик күрһәткестәр (1000 кеше иҫәбенә, 2009 йылдың ғинуар—ноябрь айҙары мәғлүмәттәре):[5]):

  • Тыумыш коэффициенты — 14,4
  • Үлем коэффициенты — 12,2
  • Өйләнешеүҙәр  — 9,3
  • Айырылышыуҙар — 4,3

Милли составы ( 2023 йылдың башына ҡарата):

  1. Аким города. Биография. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июнь 2016. Архивировано из оригинала 28 май 2016 года.
  2. Официальный сайт администрации ВКО. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2015. Архивировано 20 июнь 2015 года.
  3. 1 2 Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2023 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2023.
  4. Почтовые индексы ВКО (Усть-Каменогорск). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2018. Архивировано 13 май 2018 года.
  5. Демографические показатели (недоступная ссылка — история).