Етеһыу өлкәһе

Етеһыу өлкәһе (ҡаҙ. Жетісу облысы, Jetısu oblysy) — Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Талдыҡорған ҡалаһы (1993 йылға тиклем Талды-ҡорған). Өлкәнең майҙаны 118 500 км² (15-сы урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 3,56 %-ын тәшкил итә. 2021 йылдың уртаһына халыҡ һаны 698 987 мең кеше.

2022 йылдың июнендә Алматы өлкәһенән бүлеп, айырым административ-территориаль берәмек булып ойошторола.

Өлкә составында 8 район һәм өлкә әһәмиәтендәге 2 ҡала бар.

Өлкәнең сиктәштәре:

Тарихы

2022 йылдың 16 мартында Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы парламенттың уртаҡ ултырышында Ҡаҙағстан халҡына мөрәжәғәт итеп, Алматы ҡалаһы агломерацияһына бәйле проблемаларҙы билдәләне һәм Алматы өлкәһен ике өлкәгә — Етеһыу һәм Алматы өлкәләренә бүлергә тәҡдим итте.

Өлкә халҡы, нигеҙҙә, Алматы тирәһендә тупланған. Оҙонағас йәки Талғар мәсьәләләрен Талдыҡорғанда хәл итеү мөмкин түгел. Өлкә үҙәгенә барыу өсөн халыҡҡа бик алыҫҡа йөрөргә тура килә. Ошо һәм башҡа шарттарҙы иҫәпкә алып, Алматы өлкәһен ике өлкәгә бүлеүҙе тәҡдим итәм — был төбәктә Етеһыу һәм Алматы өлкәләре булдырыласаҡ. Алматы өлкәһенең административ үҙәге Ҡапсағай (2022 йылдан Ҡонаев) булырға тейеш, ә Етеһыу өлкәһенеке — Талдыҡорған. Был аҙымдар был төбәктәрҙең үҫеше өсөн яҡшы аҙым буласаҡ тип иҫәпләйем

— Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы

Етеһыу өлкәһе 2022 йылдың 8 июнендә Ҡаҙағстан Президентының 2022 йылдың 4 майындағы указына ярашлы ойошторола.

Уның исеме урыҫ теленә «Семиреченская» тип тәржемә ителә һәм Ҡаҙағстан биләмәһендәге Рәсәй империяһының Семиреченская өлкәһе менән ауаздаш — ул уның төньяҡ-көнсығыш өлөшө булып тора.

Етеһыу өлкәһе үҙ сиктәрендә 1997 йылда юҡ ителгән Талды-Ҡорған өлкәһенә тап килә.

Етеһыу өлкәһендә Ҡаҙағстандағы иң популяр пляж туризмы объекттарының береһе — Алакүл күле, Балхаш күленең көньяҡ-көнсығыш яр буйы һәм Ҡапсағай һыу һаҡлағысының бәләкәй өлөшө урынлашҡан.

Бында шулай уҡ Алтынйемел милли паркы урынлашҡан, унда үҙенсәлекле йырлаған бархандар, боронғо таш һүрәттәр һәм төрлө төҫтәге Аҡтау һәм Ҡатытау тауҙарын күрергә мөмкин

Административ бүленеше

Халыҡ һаны

undefined

2022 йылдың 1 авгусына ҡарата өлкә халҡы һаны 698 987 кеше</ref>.

Категориялар