Ҡонаев (ҡала)

Ҡонаев (ҡаҙ. Қонаев; 2022 йылдың май айына тиклем — Ҡапсағай) — Ҡаҙағстандағы ҡала, 2022 йылдың 8 июненән алып яңы сиктәрҙәге Алматы өлкәһенең административ үҙәге (Етеһыу өлкәһе айырып сығарылғандан һуң). Ҡала республиканың көньяғында, Или (Иле) йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡалала һыу һаҡлағысы ярында пляждар һәм республикалағы иң ҙур ҡомарлы уйындар зонаһы урынлаша.

Атаманың этимологияһы

Киләсәк ҡаланың тәүге исеме Яңыиле була, был исем яңы ҡасабаға һыу һаҡлағыс аҫтынта ҡала торған Иле ҡасабаһының халҡы күсерелеүен күрһәтеп тора. Яңыиле 1970 йылдың 9 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Ҡапсағай тип үҙгәртелә. Ҡаҙаҡ телендәге «Ҡапсағай» һүҙенең мәғәнәһе — «тар үҙән» йәки «ҡыҫылған ер». 2022 йылдың 3 майында ҡала Ҡонаев тип үҙгәртелә (ҡаҙ. Қонаев) — был исем Ҡаҙағстан КП ҮК-ның беренсе секретары, 1960—1986 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ҙың етәксеһе булған Динмөхәммәт Ҡонаев иҫтәлегенә бирелә.

Географик мәғлүмәт

Конаев ҡалаһы Ҡапсағай һыу һаҡлағысы ярында, Или йылғаһы буйында һәм уның тимер юл менән киҫешкән ерҙә урынлаша.

Тарихы

Ҡала үҫеше һәм барлыҡҡа килеү тарихы Ҡапсағай ГЭС-ының төҙөлөшө менән бәйле. Һыу һаҡлағыс Ҡаҙаҡ ССР-ҙың иҡтисады үҫешен биләй. Һыу һаҡлағыс төҙөләсәк урында башта Иле ҡасабаһы урынлашҡан була. 5 000-дән ашыу кеше яңы ҡасаба — Яңыилек, Етегән ҡасабаһы һәм яңы ойошторолған балыҡсылыҡ колхозы — хәҙерге Арна ауылына күсерелә.

1969 йылдың 29 сентябрендә урындағы ваҡыт менән төнгө 4:15 сәғәттә Или йылғаһы быуыла. Шул уҡ йылдың 26 декабрендә һыу һаҡлағысты тултырыуҙың тәүге этабы башлана. 1970 йылдың яҙында Иле ҡасабаһы һыу аҫтына ҡала. 1970 йылдың 9 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Указы менән Алматы өлкәһенең Иле районына ҡараған Иле ҡасабаһы өлкә буйһоноуындағы ҡалалар категорияһына индерелә һәм уға Ҡапсағай исеме бирелә.

Совет осорононда ҡала һәм уның тирә-яғында сәнәғәт инфраструктураһы булдырыла, фарфор заводы, тимер-бетон конструкциялар заводы, юғары аныҡлыҡтағы приборҙар заводы сафҡа ингә. Шулай уҡ элеватор, икмәк заводтары, май заводтары һәм балыҡ эшкәртеү комплексы эшләй башлай.

СССР тарҡалғандан һуң дәүләт заводтары һәм предприятиелары дәүләт тарафынан шәхси ҡулдарға хосусилаштырыу программаһы буйынса һатыла һәм аҙаҡ үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.

1998 йылда Заречное һәм Шеңгелде ауылдары үҙҙәренең ауыл округтары менән ҡала хакимиәте ҡарамағына тапшырыла.

2007 йылда «Ҡомарлы бизнес тураһында» закон ҡабул ителде, уға ярашлы казино һәм уйын автоматтары залдары Алматы өлкәһендә Ҡапсағай һыуһаҡлағысы ярында һәм Аҡмола өлкәһенең Щучинск (2009 йылдың 3 сентяберенән һуң — Бурабай районы) районында ғына урынлаштырыла ала.

2022 йылдың 16 мартында Ҡаҙағстан президенты Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Ҡапсағайҙы Ҡонаев тип үҙгәртеү тәҡдимен хуплауын белдерҙе. Шулай уҡ уны Алматы өлкәһенең яңы административ үҙәге итеп билдәләргә һәм Етеһыу өлкәһен уның составынан айырып, үҙенең өлкә үҙәге итеп Талдыҡорғанды алырға тәҡдим итте.

2022 йылдың 3 майында президент ҡала исемен Ҡонаев тип үҙгәртеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ көндө Алматы өлкәһенең административ үҙәген Талдыҡорғандан Ҡонаевҡа күсереү тураһында икенсе указ сыҡты, ул 2022 йылдың 8 июнендә ғәмәлгә инә.

Административное деление

  1. Ҡонаев ҡалаһы;
  2. Заречный ауыл округы;
  3. Шеңгелде ауыл округы.

Халыҡ иҫәбе

Халыҡ иҫәбе
1959 1970 1979 1989 1991 1999 2001 2003 2004 2005
14 072 15 071 25 629 38 300 44 400 46 257 45 600 47 678 47 606 50 080
2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015
50 703 51 667 53 082 54 406 55 747 53 648 54 956 56 047 57 516 59 047
2016 2017 2018 2019
60 892 61 302 61 643 61 767
  1. Назначен аким Капшагая. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2020. Архивировано 29 август 2021 года.
  2. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 октября 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 декабрь 2022. Архивировано 14 ноябрь 2022 года.
  3. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2019 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2019. Архивировано 4 июнь 2020 года.