Алакүл

Алакүл (ҡаҙ. Алакөл, ала күл һүҙенән) — Ҡаҙағстандағы әсе-тоҙло һыулы, ҙур тымыҡ күл. Балхаш-Алакүл уйпатлығында, Абай һәм Етеһыу өлкәләре сигендә урынлаша.

Күлдең көньяҡ-көнсығышында Етеһыу ҡапҡаһы тип аталған үткәүел урынлаша. Көнбайыш ярында Аҡсы һәм Күктүмә исемле курорт ҡасабалары урынлаша (Ҡаҙағстан - Ҡытай сигенән яҡынса 60 км. алыҫлыҡта).