Павлодар

Павлодар (ҡаҙ. Павлодар ) — Илдең төньяғында, баш ҡала — Астананан төньяҡ-көнсығышҡа 450 км алыҫлыҡта, Иртыш йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Павлодар өлкәһенең административ үҙәге. Географик яҡтан Павлодар ҡалаһы Көнбайыш Себер тигеҙлегедә урынлаша. Майҙаны — 267 км², 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 370,4 мең кеше. Ҡала биләмәһенә Кенйекүл ауыл округы, Атамикән ҡасабаһы, Павлодарское, Муйыллы һәм Етәксе ауылдары инә.

Ҡала Ҡаҙағстандың төп сәнәғәт төбәктәренең береһе булып тора.

Климаты

Климаты уртаса, ҡырҡа континенталь. Оҙайлы ҡаты ҡыш (октябрь аҙағынан алып апрель башына тиклем). Йәй эҫе һәм аҙ яуым-төшөмлө.

Ғинуарҙың уртаса температураһы — −15,8 °C, июлдең — +21,5 °C. Урта йыллыҡ яуым-төшөмө — 303 мм. Һауа температураһының йыллыҡ уртаса күрһәткесе — 3,3 °C. Һауаһының сағыштырмаса дымлылығы — 69 %. Елдең уртаса тиҙлеге — 3,1 м/с.

Тарихы

Урыҫ күсенкеләре XVI быуат аҙағында (1594 йыл) Иртыш буйындағы Ямыш күлендә тоҙ табырға киләләр. XVIII быуат башында Петр I указы буйынса Иртыш йылғаһының уң ярында Железин, Семипалатин, Өскәмән (Усть-Каменогорск) һәм Ямыш ҡәлғәләре төҙөлә башлай. Улар араһында хәҙерге Павлодар ҡалаһы урынлашҡан Коряков форпосты ла була.

Форпост эргәһендә ике тоҙло күл урынлашҡан була, улар тураһында шул осор китаптарының береһендә былай тип әйтелгән:

« Күлдең һыуы шул тиклем үтә күренмәле, хатта төбө күренә, ә тоҙо үтә таҙа, боҙҙай үтә күренмәле, тоҙо бик тә тәмле һәм татлы »

XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында күсеп килгән крәҫтиән күскенселәре игенселек менән шөғөлләнә, ер һөрәләр, баҡса ултырталар, иген һәм йәшелсә үҫтерәләр.

Һакланып ҡалған документтар буйынса, форпост 50 метрға 50 метр ҙурлығында шаҡмаҡ формаһында була. Бейек һәм осло бүрәнәле ҡойма менән уратып алына. Мөйөштәрҙә артиллерия батареялары менән бастиондар урынлаша. Эске өлөштә казармалар урынлаша, ә тышта—ат һарайҙары һәм мунса. Был форпост яңы ерҙәрҙә нығыныу һәм казактарҙы йоңғарҙар һөжүмдәренән һаҡлау маҡсатында төҙөлә.

25 йылдан һуң форпосттың сиктәре бер аҙ киңәйтелә, гарнизон ҙурайтыла, тоҙ сығарыу эштәренә ебәрелгән казактар өсөн өҫтәмә биналар төҙөлә. Тағы ике тиҫтә йыл үткәс, отставкаға сыҡҡан драгуниндар менән һалдаттарға буш ерҙәрҙә урынлашыу рөхсәт ителә. Шулай уҡ бында тоҙ ҡарамағындағы эшкә алыныусылар һәм түрәләргә лә урынлашырға рөхсәт бирелә.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында Иртыш нығытмаһы үҙенең хәрби-стратегик әһәмиәтен яйлап юғалта башлай.

Ҡәлғәләр һәм форпосттар яйлап империяның үҙәк өлөшөнән халыҡ күсерелгән ғәҙәти ауылдарға әйләнә.

1901 йылдың башында Павлодар тарихында иң ҙур янғын була. Ут ҡаланың өстән ике өлөшөн — 427 ихатаны юҡ итә. Ҡаланың ағастан торған өлөшө тулыһынса янып бөтә. Ваҡыт үтеү менән Павлодар яңынан тергеҙеп, тағын да үҫешеп, Иртыш буйындағы ҙур сауҙа үҙәктәренең береһенә әйләнә.

Павлодар үҙенең «икенсе һулышын» сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү осоронда ала. Ҡалала яңы ҙур төҙөлөш башланыу комбайн һәм алюминь заводтарын төҙөү ҡарары менән бәйле була. 1955 йылдың ғинуар башында Павлодарға беренсе механизацияланған төҙөлөш колонналары килә башлаған.

1962 йылда Павлодар ҡалаһында Иртыш йылғаһы аша күпер төҙөлә. 1998 йылдың 24 ноябрендә Павлодар өлкәһенең 60 йыллығына бағышланған тантаналар үтә. 2016 йылдың 14 декабрендә Иртыш йылғаһы аша яңы күпер асыла. 2020 йылдың 23 декабрендә ҡаҙаҡ шағиры, философы һәм аҡыл эйәһе Абай Ҡонанбаевҡа һәйкәл асыла.

Халыҡ һаны

2023 йылдың башына ҡарата ҡала халҡы, ҡала хакимиәте биләмәһен иҫәпкә алып 367 254 кеше тәшкил итә.[2].

2023 йылдың башына ҡарата ҡала хакимиәте биләмәһенең милли составы:[2]:

Павлодар ҡалаһының иҫәбе
1897 1959 1970 1979 1989 1991 1999 2004 2005
320 7738 90 096 187 070 272 895 330 748 300 503 286 538 291 408
2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013[4] 2014[5]
295 696 300 226 303 955 317 289 320 362 322 037 322 305 325 465 329 839
2015[6] 2016[7] 2017[8] 2018[9] 2019[10] 2020[11] 2021[12]
332 771 335 185 335 295 334 930 333 989 333 479 334 225
  1. Акимом Павлодара назначен Ержан Иманзаипов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2022.
  2. 1 2 3 4 Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2023 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2023.
  3. База КАТО. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2017. Архивировано 10 август 2016 года.
  4. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2013 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
  5. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2014 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  6. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2015 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  7. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2016 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  8. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 октября 2017 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  9. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2018 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 декабрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  10. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2019 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2020. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  11. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2020 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2020.
  12. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2021 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2022.