Ҡостанай өлкәһе
Ҡостанай өлкәһе (ҡаҙ. Қостанай облысы, Qostanai oblysy) — Ҡаҙағстандың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Ҡостанай ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 196 001 км² (4-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 7,2 %-ын тәшкил итә. 2024 йылдың 1 сентябренә ҡарата халыҡ һаны 827 142 кеше.
Ҡостанай өлкәһе 1936 йылдың 29 июлендә ойошторола. Тарихи яҡтан уға 1868 йылда барлыҡҡа килгән Турғай өлкәһенең Ҡостанай өйәҙе тәшкил итә.
Өлкә 16 райондан һәм 4 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора. Өлкә Ҡаҙағстан Республикаһының биш өлкәһе һәм Рәсәй Федерацияһының өс өлкәһе менән сиктәш:
- Көнбайышта — Аҡтүбә өлкәһе
- Көнсығышта — Аҡмола һәм Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе
- Көньяҡта — Олотау өлкәһе
- Көньяҡ-көнсығышта — Ҡарағанды өлкәһе
- Көнбайышта — Ырымбур өлкәһе (Рәсәй)
- Төньяҡ-көнбайышта — Силәбе өлкәһе (Рәсәй)
- Төньяҡта — Ҡурған өлкәһе (Рәсәй)
Географик мәғлүмәт
Ҡостанай өлкәһе Ҡаҙағстандың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡтың күпселек өлөшөн Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ-көнбайыш ситтәре биләй. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклек 200-ҙән 400 метрға тиклем тирбәлә. Өлкә биләмәһе күбеһенсә тигеҙ рельефҡа хас.
Гидрографияһы
Өлкә биләмәһе буйлап яҡынса 300 бәләкәй йылға аға, уларҙың иң ҙуры — Тубыл йылғаһы. Тубыл йылғаһында Үрге Тубыл, Ҡаратомар һәм Амангилде һыуһаҡлағыс ҡоролмалары төҙөлгән, уның ҡушылдығы Һынташта — Һынташ һыуһаҡлағысы. Көньяҡта өлкә биләмәһе буйынса оҙонлоғо 390 км булған Турғай йылғаһы аға.
Ҡостанай өлкәһендә 5 меңдән ашыу күл бар. Иң ҙур күлдәр — Ҡушморон, Диңгеҙ, Ҡойбағыр, Йәнсура, Һарыкүл, Һарымуйын, Һарыоба.
Климаты
Ҡыш оҙаҡ, һалҡын, көслө елле һәм буранлы, йәй эҫе, ҡоро. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары өлкәнең төньяғында 350—500 мм, ә көньяғында 240—280 мм тәшкил итә. Вегетация осоро өлкәнең төньяғында 150–175 тәүлек, көньяғында — 180 тәүлек дауам итә.
Өлкә буйынса
Өлкә биләмәһендә йөҙҙән ашыу милләт һәм халыҡ йәшәй. 2020 йылдың башына өлкә халҡы — 868 549 кеше.[4]. Шуларҙан: ҡаҙаҡ — 41,18%, урыҫтар — 40,71%, украиндар — 8,08%, немецтар — 3,10%, татарҙар — 1,82%, белорустар — 1,45%, башҡа милләт вәкилдәре — 3,26%. Халыҡ тығыҙлығы: 1 шаҡмаҡ километрға 4,5 кеше. Иң тығыҙ халыҡ йәшәгән урындар — Ҡостанай, Рудный һәм Лисаковск ҡалалары. иң һирәк халыҡ йәшәгән төбәк — өлкәнең көньяҡ райондары, ундағы халыҡ тығыҙлығы 0,4–0,8 кеше 1 шаҡмаҡ километрға. Өлкәнең төньяҡ һәм үҙәк райондарында, Ҡостанай, Лисаковск һәм Рудный ҡалаларын индереп, башлыса урыҫ телле халыҡ йәшәй.
- ↑ Кумара Аксакалова назначили акимом Костанайской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022. Архивировано 1 декабрь 2022 года.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу и типу местности в разрезе областей и столицы, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2022.
- ↑ Итоги Национальной переписи населения 2021 года в Республике Казахстан [[:Ҡалып:XLSlink]]. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Казахстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2022. Архивировано 2 сентябрь 2022 года.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов и районных центров и поселков на начало 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июль 2019. Архивировано 27 май 2020 года.