Аҡмола өлкәһе

Аҡмола өлкәһе (ҡаҙ. Ақмола облысы, Aqmola oblysy) — Ҡаҙағстандың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Күксәтау ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 146 219 км² (9-сы урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 5,4 %-ын тәшкил итә. 2024 йылдың башына халыҡ һаны 787 981 кеше.

Өлкә биләмәһе менән уратып алынған анклав — Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астана (Бығаса исемдәре: 1961 йылға тиклем — Акмолинск, 1992 йылға тиклем — Целиноград, 1998 йылға тиклем — Аҡмола, 2019 йылға тиклем — Астана, 2022 йылға тиклем — Нур-Солтан), ул административ рәүештә өлкә составына инмәй.

Өлкә составында 17 район һәм өлкә әһәмиәтендәге 3 ҡала бар. Өлкәнең сиктәштәре:

Географик мәғлүмәт

Аҡмола өлкәһенең иң бейек нөктәһе — Күксә тауы, уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән 947 метр. Иң түбән нөктәһе — Солаҡсор күле, уның бейеклеге 67 метр. Төбәктең дөйөм ауышлығы — көнсығыштан көнбайышҡа табан. Шул уҡ йүнәлештә Аҡмола өлкәһенең урта өлөшөн Ишем йылғаһы үҙәне киҫеп үтә, ул өлкәнең көнбайыш сигенән алыҫ түгел арала төньяҡҡа борола.

Өлкә рельефы геоморфологик яҡтан төрлө формаларҙы үҙ эсенә ала. Төньяҡ-көнбайыш өлөшө тигеҙлек характерына эйә, уйпаттар һәм йырындар менән киҫелгән. Көньяҡ-көнбайыш зонаһы шулай уҡ башлыса тигеҙ, ләкин айырым ҡалҡыулыҡ массивтары осрай. Көнсығыш өлөшө топографияһы ҡатмарлыраҡ, унда убалар һәм ҡалҡыулыҡтар күҙәтелә. Түбән ярҙар арҡаһында күпселек күлдәр көслө елдәр ваҡытында үҙҙәренең күренешен үҙгәртә.

Климаты

Акмола өлкәһендә климат ҡырҡа континенталь, ҡоро, йәйге айҙар эҫе, ҡыш һалҡын. Температураның тәүлек һәм йыллыҡ үҙгәрештәре бик ҙур. Яҙ һәм көҙ аҙыраҡ билдәле. Ҡояшлы көндәр күп, йәйге осорҙа алған ҡояш йылылығы тропиктарҙағы кимәлгә яҡын. Болотло көндәр һирәк. Йыллыҡ яуым-төшөм төньяҡтан көньяҡҡа табан кәмей, иң күбе — июндә, иң аҙы — февралдә күҙәтелә. Ҡар ҡатламы уртаса 150 көн һаҡлана. Аҡмола өлкәһендә елдәр етерлек көслө. Өлкә биләмәһендә Ҡаҙаҡстан буйынса иң түбән температуралары Атбаҫарҙа −57°С һәм Астанала −52°С теркәлгән.

Гидрографияһы

Аҡмола өлкәһе һыу ресурстары буйынса ярлы. Йылғалар һай, йөҙөү өсөн яраҡһыҙ, башлыса боҙҙан иретелгән һыуҙарҙан һәм өлөшләтә ер аҫты сығанаҡтарынан ғына туйына. Йәйге осорҙа йылғалары йыш ҡороғс, һыуҙары тоҙғолтҡа әйләнә. Акмола өлкәһенең төп йылғалары: Ишем — (Иртыштың ҡушылдығы) һәм уның ҡушылдыҡтары: һул яғынан — Тиреаҡҡан, уң яғынан — Ябай, Ҡалкүтән һәм башҡалар. Күп йылғалар тымыҡ күлдәргә ҡоя (Нура, Силәт, Үләнте йылғалары).

Халыҡ һаны

Аҡмола өлкәһенең халыҡ һаны
1970 1979 1989 14.02.1999 2003[2] 2004 2005 2006
970 604 979 646 1 061 820 836 271 748 167 748 930 747 185 746 652
2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013 2014
748 559 747 447 738 824 735 135 733 212 731 328 732 947 735 566
2015 2016 2017 2018 2019 2020 2021 2022
736 605 744 386 734 369 738 942 738 587 736 735 735 481 785 708

Рәсми халыҡ иҫәбен алыу Советтар Союзында 1970 йылда башлана.

  1. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов и районных центров и поселков на начало 2021 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
  2. Численность населения на начало года, регионы Республики Казахстан, 2003-2012. demoscope.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2022. Архивировано 30 ғинуар 2014 года.

Категориялар