Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе
Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе (ҡаҙ. Солтүстік Қазақстан облысы, Soltüstık Qazaqstan oblysy) — Ҡаҙағстандың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Петропавел ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 97 993 км² (16-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 3,6 %-ын тәшкил итә. 2019 йылдың башына ҡарата халыҡ һаны 554 517 кеше.
Өлкә 13 райондан һәм 1 өлкә ҡарамағындағы ҡалаланан тора. Өлкәнең сиктәштәре:
- Төньяҡта — Рәсәйҙең Ҡурған, Төмән һәм Омск өлкәһе
- Көньяҡ-көнсығышта — Павлодар өлкәһе
- Көньяҡта — Аҡмола өлкәһе
- Көнбайышта — Ҡостанай өлкәһе
Хәҙерге Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе биләмәһенә күсеп килеүҙең мөһим осорҙарының береһе XIX быуат аҙағы—XX быуат башына тура килә. Ул, иң тәү сиратта, Себер тимер юлының асылыуы һәм Столыпин аграр реформаһы менән бәйле була.
Нәҡ ошо осорҙа Ҡаҙағстанда украин общинаһының нигеҙе һалына. Украиндарҙың күсеп килеү һөҙөмтәһендә улар Төньяҡ Ҡаҙағстандың киң биләмәләрендә, Дала крайында, күпселекте тәшкил иткән. Был төбәк украин тарихнәмәһендә «Һоро шына» тип атала.
Географик мәғлүмәт
Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе өлкәһе Ҡаҙағстандың төньяғында урынлаша, ул Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ сиген һәм Һары Арҡа ҡалҡыулығының бер өлөшөн биләй. Өлкәнең бөтә территорияһы UTC+5 ваҡыт бүлкәтендә урынлаша.
Төньяҡ — көньяҡ йүнәлештә өлкәнең сиктәре араһындағы тура ара — 375 км, көнбайыш — көнсығыш йүнәлешендә — 602 км. Иң төньяҡ нөктәһе координаттары — 55°26’ т. к. һәм 68°59’ к. о., иң көньяҡ нөктәһе — 52°13’ т. к. һәм 67° к. о., иң көнбайыш нөктәһе — 54° т. к. һәм 65°57’ к. о., иң көнсығыш нөктәһе — 52°50’ т. к. һәм 74°02’ к. о.
Көньяҡта Яҡшы-Яңғыҙытау тауы (748 м) урынлаша — өлкәҙең иң бейек нөктәһе, ә иң түбән нөктә — өлкәнең көнсығыш өлөшөндә урынлаша Теке күле (28 м).
Йылғалар Обь йылғаһы бассейнына ҡарай. Өлкәнең территорияһы меридиан йүнәлешендә Ишем йылғаһы үҙәне (Иманбурлыҡ һәм Аҡҡанбурлыҡ ҡушылдыҡтары менән) менән киҫеп үтелгән, уның киңлеге өлкәнең көньяғында бер нисә километрҙан алып төньяғында 20–22 километрға тиклем үҙгәрә.
Климаты
Климаты ҡырҡа континенталь. Ҡыш һалҡын һәм оҙайлы, йәй сағыштырмаса эҫе, күбеһенсә аяҙ һәм йыш ҡоролоҡ менән айырылып тора. Ғинуарҙың уртаса температураһы −18,6 °C, июлдең — +19,0 °C. Һауа температураһының иң түбән күрһәткесе −48 °C тирәһе (Болаев станцияһы, 1968 йыл), иң юғарыһы — +41 °C тирәһе (Сергеев ҡалаһы, 2014 йыл). Уртаса тәүлек температураһы 0°C-тан юғары булған осор оҙонлоғо 125 көн тирәһе тәшкил итә. Температураның 0°C-тан уҙыш датаһы — 10—15 апрель. Температураның +5°C-тан уҙыш датаһы — 22—25 апрель.
Йыл дауамында көн оҙайлылығы 7 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем үҙгәрә. Өлкәнең төньяҡ райондарында йылына яҡынса 78 болотһоҙ көн, ә көньяҡ райондарында — 41-гә тиклем күҙәтелә. Йыллыҡ ҡояш нурының дөйөм ваҡыт оҙайлылығы 1900–2000 сәғәт тәшкил итә. Уртаса алғанда, йылына йәмғеһе 95 ккал/см² күләмендә ҡояш радиацияһы күҙәтелә, шуларҙың 65 ккал — тура радиация, 30 ккал — таралған радиация тәшкил итә.
Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм миҡдары 350 мм, шуларҙың 80—85 проценты йылы миҙгелдә (апрель—октябрь) яуа. Ҡар ҡатламы яҡынса 5 ай — ноябрҙән мартҡа тиклем һаҡлана, ҡыш аҙағына уның уртаса ҡалынлығы 25 см була.
Халыҡ һаны
Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһендә халыҡ кәмей бара, 1989 йылдан алып халыҡ һаны тиерлек 40 %‑ҡа кәмей.
| Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең халыҡ һаны[3][4] | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1970 | 1979 | 1989 | 1999 | 2003 | 2004 | 2005 |
| 873 916 | ▲889 530 | ▲921 416 | ▼725 980 | ▼682 148 | ▼674 497 | ▼665 936 |
| 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 |
| ▼663 126 | ▼660 950 | ▼653 921 | ▼597 530 | ▼592 746 | ▼589 308 | ▼583 598 |
| 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 |
| ▼579 636 | ▼575 766 | ▼571 759 | ▼569 446 | ▼563 300 | ▼558 584 | ▼554 517 |
| 2020 | 2021 | 2022 | ||||
| ▼548 755 | ▼546 217 | ▼539 111 | ||||
- ↑ Советская номенклатурная карта района, лист Лист карты N-42-125. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов и районных центров и поселков на начало 2019 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
- ↑ Division of Kazakhstan (ингл.). pop-stat.mashke.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2016. Архивировано 21 март 2022 года.
- ↑ Численность населения на начало года, регионы Республики Казахстан, 2003-2015. demoscope.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2022. Архивировано 30 ғинуар 2014 года.