Петропавел
Петропавел (ҡаҙ.
) — Ҡаҙағстандың төньяғында урынлашҡан ҡала, Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге. Ул Ҡаҙағстандың иң төньяҡтағы өлкә үҙәге булып тора. Ҡала Төньяҡ Ҡаҙағстанда, Рәсәй сигенән 40 км көньяҡта, Ҡостанайҙан 450 км, Күксәтауҙан 185 км (A-1 автомобиль юлы буйынса), баш ҡала Астананан 428 км төньяҡта, Омскиҙан 278 км көнбайышта һәм Ҡурғандан 273 км көньяҡ-көнсығышта урынлаша.
Географик мәғлүмәт
Петропавел ҡалаһы Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Иртыш йылғаһының иң оҙон ҡушылдығы — Ишем йылғаһының уң ярында урынлаша.
Петропавел янында күп һанлы күлдәр һәм быуалар бар: Оло Аҡкүл, Сыбаркүл, Ҡыштыбиш күлдәре — 1-се, 2-се, 3-сө һәм 4-се, Кесе Аҡкүл һәм Асыкүле.
Климаты
Климаты — киҫкен континенталь, ҡаты йыл миҙгелдәре менән характерлана (ҡыш — йәй араһында ҙур температура айырмалары күҙәтелә). Яҙ уртаса марттың икенсе яртыһында башлана һәм 2 ай самаһы дауам итә. Был миҙгелдә күбеһенсә аяҙ һәм ҡоро һауа торошо өҫтөнлөк итә, ҡояшлы көндәр ҙә күп. Әммә көтөлмәгән һалҡындар һәм ҡырау төшөүе ихтимал.
Йәй уртаса 19 майҙа башлана, 3,5 ай самаһы дауам итә һәм 5 сентябрҙә тамамлана, шул ваҡытта уртаса тәүлек температураһы +15°C-тан түбәнәйә башлай. Йәй етерлек йылы була: июлдең уртаса температураһы — яҡынса +20°C, айырым көндәрҙә эҫелек +35—40°C тиклем етә, был Иран һәм Урта Азиянан йылы һауа массалары килеүе менән бәйле. Йәй күбеһенсә аяҙ һәм йыш ҡоролоҡло була. Август-сентябрҙә ямғыр миҙгеле башлана. Көҙ башында күбеһенсә аяҙ һауа торошо күҙәтелә, ә октябрь-ноябрь айҙарында болотло көндәр өҫтөнлөк итә.
Ҡыш һыуыҡ һәм оҙайлы (4-5 ай самаһы), ул ноябрь башы — уртаһында башланып, марттың икенсе яртыһына тиклем дауам итә. Ҡыш кәндәрендә ҡар ҡатламының уртаса бейеклеге 40—50 см тәшкил итә. Һауа торошо күбеһенсә болотло.
Уртаса ғинуар температураһы — -17°C. Ҡышҡы осорҙа бик көслө һыуыҡтар -35—40°C тиклем етә, улар биш-ете көн йәки оҙағыраҡ дауам итеүе ихтимал. Йылытыу осоролары +1—3°C тиклем булырға мөмкин. Яуым-төшөм күбеһенсә ҡар рәүешендә төшә, ямғыр һирәк күренеш.
Уртаса йыллыҡ күрһәткестәр:
- Һауа температураһы — +2,3°C
- Һауа дымлылығы — 73,8%
- Елдең уртаса тиҙлеге — 4,3 м/с
- Йыллыҡ яуым-төшөм — 379 мм
Тарихы
Хәҙерге Петропавел биләмәһе Рәсәй империяһы составына ингәнгә тиклем Урта Йөҙ биләмәһенә ҡарай.
Петропавел Ҡыҙыл-яр тигән урынлыҡта нигеҙлә, был ерҙәрҙә ҡаҙаҡтар төп халыҡ булып тора.
1752 йылда, Елизавета Петровна хакимлығы осоронда, Рәсәй империяһының көньяҡ сиген нығытыу өсөн Сенат яңы Ишем һыҙығын тиҙ арала төҙөү кәрәклеген таный.
1807 йылда нығытма Петропавел ҡалаһы итеп үҙгәртелә һәм Тубыл губернаһына ҡушыла.
XX быуат башында ҡалала туғыҙ мәсет эшләй: алтыһы таштан, өсө — ағастан.
1932–1936 йылдарҙа Петропавел ҡалаһы Ҡаҙаҡ АССР-ының Ҡарағанды өлкәһенең административ үҙәге була.
1936 йылдан алып бөгөнгәсә Петропавел – Ҡаҙаҡ ССР-ы составында булдырылған Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең, ә 1991 йылдан алып — Ҡаҙағстан Республикаһының ошо уҡ өлкәһенең үҙәге булып тора.
Халыҡ һаны
Милләттәрҙең өлөшө (2022 йылдың башына)[1]:
- урыҫтар — 127 478 кеше (58,09 %)
- ҡаҙаҡтар — 68 316 кеше (31,13 %)
- татарҙар — 6 420 кеше (2,93 %)
- украиндар — 4 372 кеше (1,99 %)
- немецтар — 4 346 кеше (1,98 %)
- поляктар — 1 084 кеше (0,49 %)
- әзербайжандар — 1009 кеше (0,46 %)
- белорустар — 944 кеше (0,43 %)
- тажиктар — 977 кеше (0,45 %)
- әрмәндәр — 957 кеше (0,44 %)
- үзбәктәр — 295 кеше (0,13 %)
- ҡалғандар — 3 247 кеше (1,48 %)
Бөтәһе — 219 445 кеше.
- ↑ 1 2 3 Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на начало 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2022.