Ҡушморон (күл)
Ҡушморон (күл) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Костанайская область |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Күлдән аҡҡан йылғалар | Убаған (йылға) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 103 метр |
![]() | |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Оби[d] |
Вертикаль тәрәнлеге | 3 метр |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Убаған (йылға) |
![]() |
Ҡушморон (рус. Кушмурун, ҡаҙ. Қусмурын) — Ҡаҙағстандың төньяғындағы күл. Ҡустанай өлкәһендәге Әүлиәкүл һәм Ҡараһыу райондары сигендә, Ҡушморон ҡасабаһынан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡушморон аша Убаған[1] йылғаһы аға.
Тасуирламаһы
Күл майҙаны 400—415 км² , һыуйыйғыс майҙаны 10,5 мең км². Күл соҡоро 60 км алыҫлыҡҡа көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған, киңлеге 15 км-ға етә, максималь тәрәнлеге 3,5 м. Төбө яҫы, балсыҡлы һәм балсыҡ ҡатнаш тупраҡ, ләм ҡатламы менән ҡапланған. Ярҙары урта өлөшөндә 5-7 м тиклем бейеклектә. Ҡушморондан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Аманҡарағай урман массивы урынлашҡан. Һыуы йәшкелт-һары төҫтә, минераллашыуы 1-25 г/л. Һыуйыйғыс майҙаны, башлыса, һөрөлгән[1].
Фаунаһы
Һаҙ һәм күлдәрҙә һыу һәм һаҙ ҡоштары тереклек итә[1]. Балыҡтарҙан алабуға, ҡорман, һаҙан үрсей.
Этимологияһы
Атама ҡуш һәм морон һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Хәҙер Ҡаҙағстанға инһә лә, ҡаҙаҡтар Рәсәйгә ҡушылғансы тарихи башҡорт ерҙәре булған. Өфө провинцияһы башҡорттарының батшабикә Анна Иоанновнаға 1733 йылда яҙылған мөрәжәғәтендә шундай юлдар бар: «А ныне у нас нижайших рабов Вашего Императорского величества земли и воды: а имянно называемую реку Тобул, озеро Чапалай, реку Мияч, которые в Кунгурском уезде… Тако ж Казанской дороги у башкирцов, которые живут по реке Каме…».Своей землёй они называют также илецкие месторождения соли[2], йәғни Тубыл йылғаһы буйындағы ерҙәр башҡорт иленә ингән.
Топоним ошо тарихты Ҡушморон тип Ш өнө менән әйтелеүе һәм яҙылыуы менән раҫлап та тора, сөнки ҡаҙаҡ телендә ул Ҡусмурын тип яҙыла. Атаманы ҡош һүҙе менән бәйләгән фараздар ҙа бар. Әммә төркиҙәрҙә ҡоштоң мороно тип түгел, ә суҡышы тип атайҙар[3]. Ысынлап та, Ҡушморон күленә ике ярымутрау мороно терәлеп тора, тап шунан «ҡуш» сифатлауы килеп ингән тип һанай тел белгестәре[3].