Аҡтүбә өлкәһе

Аҡтүбә өлкәһе (ҡаҙ. Ақтөбе облысы, Aqtöbe oblysy) — Ҡаҙағстандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Ул илдәге иң ҙур территориялы өлкә булып тора, ә уның административ үҙәге — Аҡтүбә ҡалаһы (Республиканың иң ҙур халыҡлы өлкә үҙәге). Өлкәнең майҙаны 300 629 км² (1-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 11 %-ын тәшкил итә. 2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 939 400 кеше. Өлкә илдең Европа өлөшөнә тап килә.

1932 йылдың 10 мартында административ-территориаль реформа арҡаһында Ҡаҙаҡ АССР составында барлыҡҡа килә. Тарихи яҡтан уға 1921—1928 йылдарҙа булған Аҡтүбә округы тәшкил итә. 1936 йылда өлкә РСФСР-ҙан айырылып сыҡҡан Ҡаҙаҡ ССР составына инә, ә 1991 йылдан, СССР тарҡалғандан һуң, бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстан Республикаһы составында урын алды.

Өлкәнең сиктәштәре:

Географик мәғлүмәт

Аҡтүбә өлкәһе Көнбайыш Ҡаҙағстанда, 51-45 градус төньяҡ киңлектә һәм 49-64 градус көнсығыш оҙонлоҡта, илдең Европа өлөшөндә урынлашҡан. Территорияның киңлеге көнбайыштан көнсығышҡа яҡынса 800 км, төньяҡтан көньяҡҡа яҡынса 700 км. Аҡтүбәнән Астанаға тура юл буйынса — 1000 км, автомобиль юлдары буйынса — 1500 км.

Рельефы

Аҡтүбә өлкәһе түбәндәге географик объекттар араһында урынлашҡан:

Өлкәнең күпселек өлөшө йылға үҙәндәре менән бүленгән тигеҙлек булып тора, уларҙың бейеклеге 100-200 метрға тиклем етә. Урта өлөшөндә Муғалжар тауҙары һуҙылған (иң бейек өлөшө — Оло Баҡтыбай тауы, 657 м).

Климаты

Климаты киҫкен континенталь: ҡышы һыуыҡ, йәйе эҫе һәм ҡоро. Йәй көндәре йыш ҡыуан ел һәм саңлы бурандар, ә ҡышын — ҡаты бурандар. Июль айының уртаса температураһы төньяҡ-көнбайышта +22,5°C, көньяҡ-көнсығышта — +25°C; ғинуарҙа −16°C һәм −25,5°C. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары төньяҡ-көнбайышта яҡынса 300 мм, үҙәк һәм көньяҡ райондарҙа — 125–200 мм.

Халыҡ һаны

Аҡтүбә өлкәһенең халыҡ һаны
15.01.1970 17.01.1979 12.01.1989 14.02.1999 2003[2] 2004 2005 2006 2007
550 582 629 241 737 995 682 558 668 378 671 812 678 602 686 698 695 454
2008 25.02.2009 2010 2011 2012 2013 2014 2015 2016
703 660 757 768 763 589 777 471 786 349 795 817 808 932 822 522 834 813
2017 2018 2019 2020 2021 01.10.2022
845 679 857 711 869 637 881 651 904 469 924 845

Иҫкәрмәләр

  1. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 октября 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 декабрь 2022.
  2. Йыл башындағы халыҡ һаны, Ҡаҙағстан Республикаһы төбәктәре, 2003-2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2013. Архивировано 30 ғинуар 2014 года.

Категориялар