Ҡыҙылурҙа өлкәһе
Ҡыҙылурҙа өлкәһе (ҡаҙ. Қызылорда облысы, Qyzylorda oblysy) — Ҡаҙағстандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Ҡыҙылурҙа ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 226 019 км² (3-сө урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 11.3 %-ын тәшкил итә. 2021 йылдың башына халыҡ һаны 814 588 кеше.
Ҡыҙылурҙа өлкәһе 1967 йылдың 21 авгусында Ленин ордены менән бүләкләнгән.
Байҡоңыр ҡалаһының территорияһы оҙайлы ваҡытҡа Рәсәй Федерацияһына ҡуртымға бирелә. Ҡала биләмәһендә Рәсәй ҡануниәте ғәмәлдә, Рәсәй валюталары ҡулланыла.
Географик мәғлүмәт
Өлкәнең сиктәштәре:
- Төньяҡ-көнбайышта — Аҡтүбә өлкәһе (Шалҡар районы)
- Төньяҡта — Аҡтүбә өлкәһе (Ырғыҙ районы)
- Көнсығышта — Төркөстан өлкәһе (Утырар һәм Һуҙаҡ районы)
- Көнбайышта — Үзбәкстан (Ҡараҡалпаҡстан)
- Төньяҡ-көнсығышта — Олотау өлкәһе (Олотау районы)
- Көняҡта — Үзбәкстан (Нәүәй районы)
Өлкә Арал диңгеҙенең көнсығышында, Һырдаръя йылғаһының түбәнге ағымында, башлыса Туран уйһыулығы сиктәрендә (бейеклеге 50–200 м) урынлаша. Һырдаръяның һул ярында Яңыдаръя һәм Ҡуаңдаръяның ҡоро үҙәндәре менән киҫелгән киң Ҡыҙылҡом ҡомлоҡтары ята. Уң ярында — Игеҙҡара (288 м) кеүек ҡалҡыулыҡтар. Арыҫҡом һәм башҡа ҡомло урындар, шулай уҡ татырлыҡлы уйһыулыҡтар (Дариялы һ.б.) осрай. Ҡыҙылурҙа өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш сигендә Ҡаратау һырттарының төньяҡ-көнбайыш тармаҡтары урынлашҡан (бейеклеге 1419 м тиклем).
Климат ҡырҡа континенталь һәм үтә ҡоро, оҙайлы эҫе, ҡоро йәйе һәм сағыштырмаса йылы, ҡыҫҡа һәм аҙ ҡарлы ҡышы менән айырыла. Июль айының уртаса температураһы төньяҡ-көнбайышта — 25,9 °C, көньяҡ-көнсығышта — 28,2 °C. Ғинуарҙа иһә — төньяҡ-көнбайышта 9,8 °C, көньяҡ-көнсығышта 3,5 °C. Яуым-төшөм күләме Арал диңгеҙе ярында төньяҡ-көнбайышта яҡынса 100 мм (Ҡаҙағстандағы иң аҙ күрһәткес), ә Ҡаратауҙың итәгендә көньяҡ-көнсығышта — 175 мм-ға тиклем.
Ҡыҙылурҙа өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында Арал диңгеҙенең яртыһы урынлаша. Берҙән-бер ҙур йылға — Һырдаръя, ул өлкә үҙәге аша көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 1 000 км аға. Уның үҙәне бик бормалы, күп тармаҡлы һәм атырауы киң һаҙлы йылға.
Ташҡындарҙан һаҡланыу өсөн йылға ярҙары буйлап дамбалар төҙөлә; 1956 йылда Һырдаръя йылғаһында Ҡыҙылурҙа быуаһы төҙөлә; 1958 йылда Яңыдаръя үҙәненән баҫыуҙарҙы һуғарыу һәм көтөүлектәргә һыу йүнәлтелә.
Күп тоҙло күлдәр (Яҡшыҡылыс, Ҡамышлыбаш, Арыҫ һәм башҡалар), йәйгә ҡарай йыш ҡоройҙар. Күбек һәм Тереҫкен күлдәрендә шифалы батҡаҡ бар.
Төньяҡ-көнсығышта Ҡыҙылурҙа өлкәһе сигенә Һарыһыу йылғаһының түбәнге ағымы инә.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и посёлков на 1 января 2021 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: ғинуар 2021. Архивировано 26 сентябрь 2020 года.
- ↑ Численность населения республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов и районных центров и поселков на начало 2021 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.