Атырау өлкәһе

Атырау өлкәһе (ҡаҙ. Атырау облысы, Atyrau oblysy; 1992 йылдың февраленә тиклем — Гурьев өлкәһе) — Ҡаҙағстандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Атырау ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 118 637 км² (13-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 4.4 %-ын тәшкил итә. 2023 башына ҡарата халыҡ һаны 700 505 кеше.

Ҡостанай өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуарында ойошторола.

Өлкә 7 райондан һәм 1 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора. Өлкәнең сиктәштәре:

Географик мәғлүмәт

Өлкә Каспий буйы уйһыулығында урынлашҡан, ул Каспий диңгеҙенән төньяҡта һәм көнсығышта, төньяҡ-көнбайышта Волга йылғаһының түбән ағымы менән, көньяҡ-көнсығышта Өсйорт яйлаһы менән сиктәш.

Өлкә биләмәһе башлыса тигеҙ, төньяҡта ҡайһы бер урындарҙа бәләкәй тауҙар осрай.

Климаты ҡырҡа континенталь, үтә ҡоро, йәйе эҫе, ҡышы уртаса һыуыҡ.

Каспий диңгеҙе өлкәгә яҡын булған өлөштәрендә тәрәнлеге 50 м-ҙан кәм. Яр буйы йырылыуы һирәк, бәләкәй ҡомлоҡтар һәм яр буйы утрауҙары осрай.

Каспий диңгеҙенең төньяҡ яры буйында йышлыса һаҙланған ҡамышлы һыҙат һуҙыла, ә Яйыҡ һәм Йем йылғаларының туғайлығында шыр туғайлыҡ. Өлкә биләмәһе 1%-ынан кәм өлөшө урман һәм ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Байтаҡ ҡына ҡырағай хайуандар һаҡланған: йыртҡыстарҙан — бүре, ҡарһаҡ; кимереүселәрҙән — йомрандар, ялмандар, ҡуяндар (үрғуян һәм ҡомҡуян); тояҡлыларҙан — ҡабан һәм сайғаҡ; ҡоштарҙан — туғаҙаҡ, биҙгәләк һәм дала бөркөтө.

Тарихы

Гурьев өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуарында ойошторола. Уның составына Баҡсай, Диңгеҙ, Йылыуй, Иҫбул, Маҡат һәм Манғыстау райондары инә.

1939 йылдың октябрендә Новобогатин районы булдырыла.

1941 йылда Форт-Шевченко районы ойошторола.

1944 йылдың 11 майында Ҡыҙылекән районы булдырыла.

1957 йылдың 30 октябрендә Гурьев районы ойошторола, шул уҡ ваҡытта Новобогатин районы бөтөрөлә.

1963 йылдың 2 ғинуарында Иҫбул һәм Баҡсай райондары Мәхәмбәт районына берләштерелә.

1963 йылдың 10 ғинуарында Балыҡсы районы ойошторола. Маҡат һәм Йылыуй райондары Йылыуй районына берләштерелә.

1973 йылдың мартында Маңғыстау һәм Үҙән райондары, шулай уҡ Шевченко (хәҙерге Аҡтау ҡалаһы) һәм Форт-Шевченко ҡалалары яңы ойошторолған Маңғыстау өлкәһе составына тапшырыла. Гурьев өлкәһе составында 7 район: Балыҡсы, Диңгеҙ, Ҡыҙылекән, Маҡат, Индер, Йылыуй, Мәхәмбәт һәм Гурьев ҡалаһы ҡала.

1990 йылдың авгусында Балыҡсы һәм Маҡат райондары яңынан тергеҙелә, ә элекке Новобогатин районы Исатай районы исеме менән яңыртылып булдырыла.

1990 йылдың 4 ноябрендә Гурьев өлкәһенән Маңғыстау өлкәһе ҡабаттан айырып сығарыла.

1992 йылдың февралендә Гурьев өлкәһенә Атырау өлкәһе, ә Гурьев ҡалаһына Атырау исеме бирелә.

1995 йылдың 21 майында Балыҡсы районы бөтөрөлә.

Административ бүленеше

Өлкә 7 райондан һәм 1 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора:

  1. Йылыуй районы — Ҡолсары
  2. Индер районы — Индербор
  3. Исатай районы — Аҡҡыстау
  4. Ҡыҙылекән районы — Миялы
  5. Ҡорманғазы районы — Ҡорманғазы
  6. Маҡат районы — Маҡат
  7. Мәхәмбәт районы — Мәхәмбәт
  8. Атырау ҡалаһы

Автомобиль транспорты

Дөйөм ҡулланыуҙағы автомобиль юлдарының оҙонлоғо 2752 км. Шуларҙың 900 км-ы республика әһәмиәтендәге, 1762 км-ы дөйөм ҡулланыуҙағы юлдар.

Өлкә биләмәһендәге Атырау-Аҡтау автомобиль юлының оҙонлоғо 270 км. Шулай уҡ Атырау-Уральск автомобиль юлы бар, уның оҙонлоғо 488 км.

Атырау-Әстрәхән автомобиль юлын реконструкциялау эше башлана.

Категориялар