Биҙгәләк
Ҡылыҡһырлама
Ҙурлығы өйрәктәй. Оҙон ғына аяҡлы һәм муйынлы ҡош. Осҡанда өйрәктәргә оҡшаған. Башы, муйыны, түшенең аҫҡы һәм өҫкө яғы ҡара. Елкәһенән муйынының алғы яғына төшкән дүңгәләк, түшенең уртаһы, ҡорһағы, ҡанаттарының сите аҡ. Һырты һары, йыш һәм нәҙек ҡара көрән тулҡынлы һыҙыҡтар менән ҡапланған. Ҡойроғо аҡ һәм ҡара арҡыры буй ала. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Ите өсөн аулайҙар.
Туҡланыуы
Бөжәктәр, үлән орлоҡтары һәм йәш үҫентеләре менән туҡлана. Йыш ҡына таш йота.
Тауышы
Пырхылдап көлөүгә оҡшаған тоноҡ тауышлы.
Йәшәүе
Һөрөлмәгән яландарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. 3-4 бөртөк көрәнһыу һоро йәки йәшкелт йомортҡа һала.