Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе

Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе (ҡаҙ. Батыс Қазақстан облысы, Batys Qazaqstan oblysy) — Ҡаҙағстандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Уральск ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 151 339 км² (8-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 5,6 %-ын тәшкил итә. 2024 йылдың башына ҡарата халыҡ һаны 693 261 кеше.

Өлкә Евразияның үҙәк өлөшөндә, Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайышында урынлаша. Тулыһынса Көнсығыш Европала. Рәсәй Федерацияһы менән сиктәш. Уның менән дөйөм сик оҙонлоғо 2423 км.

Өлкә 12 райондан һәм 1 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора. Өлкәнең сиктәштәре:

Рельефы

Өлкә биләмәһенең рельефы тигеҙлекле. Диңгез кимәленән бейеклеклеге өлкәнең төньяҡ-көнсығышынан көньяҡ-көнбайышына табан кәмей. Рельеф үҙенсәлектәре буйынса төбәктә бер нисә район айырыла, шул иҫәптән — Дөйөм Һырт, Урал алды яйлаһы, Каспий буйы уйһыулығы.

Өлкәнең төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығышында Дөйөм Һырт һәм Урал алды яйлаһының тармаҡтары урынлашҡа. Көньяҡта, Каспий буйы уйһыулығында, Нарынҡом ҡом массивтары һуҙыла: Күкүҙәнҡом, Аҡҡом, Ҡарағандыҡом һәм башҡалар.

Өлкәнең иң бейек нөктәһе — элекке Миргородка тораҡ пункты районындағы ҡалҡыулыҡ, уның диңгеҙ кимәленән бейеклеге 262 метр.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Өлкә биләмәһендә Болғанмола нефть ятҡылығы урынлашҡан.

Климаты

Климаты ҡырҡа континенталь. Йыл буйына көслө, йәйен ҡоро елдәр күҙәтелә.

Ғинуарҙың уртаса температураһы −14 °C-ҡа тиклем, июлдең уртаса температураһы +25 °C-ҡа тиклем. Абсолют минимумы −40 °C, абсолют максимумы 40 °C.

Ҡар ҡатламы өлкәнең көньяғында 70 көн, төньяғында 140 көн һаҡлана.

Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле төбәктең көньяғында 250 мм, төньяғында 400 мм-ға тиклем.

Гидрографияһы

Өлкәлә дөйөм оҙонлоғо 4600 км булған яҡынса 200 йылға һәм шишмә бар. Уларҙың иң ҙурҙары: Яйыҡ, Саған, Деркүл, Күсем, Оло һәм Кесе Үҙән. Өлкәлә 144 күл иҫәпләнә, шуларҙың 94-е тоҙло. Иң әһәмиәтлеләре — Салҡар, Балыҡлы Саҡрыл һәм Ҡамыш-Һамар күлдәре.

Хайуандар донъяһы

Төбәктә мышы, ҡоралай, ҡабан, сайғаҡ, төлкө, көҙән, бүре, ҡуян, ҡондоҙ, йофар, ондатра, йомран һәм башҡа хайуандар йәшәй. Өлкә биләмәһендә аҡҡош, ала ҡаҙ, берғаҙан, торналар, көйөлдө, ҡыр тауығы, диңгеҙ бөркөтө, төйлөгәндәр, ҡарсығалар, ҡарлуғастар, Сыйырсыҡтар һәм башҡа ҡоштар оя ҡора.

Һөйрәлеүселәрҙән — йыландар, кесерткәндәр осрай.

Күлдәр һәм йылғалар балыҡҡа бай: вобла (диңгеҙ сабағы), ҡорман, һаҙан, һыла, ҡарабалыҡ, ағасаҡ, суртан, алабуға һәм башҡалар. Яйыҡта — уҡбаш, ҡырпа, бикре.

2010 йылдың май айында 12 мең үле сайғаҡ табылға, был төбәктәге бөтә сайғаҡтарҙың яҡынса яртыһын тәшкил итә.

Административ бүленеше

undefined

Өлкә 12 райондан һәм 1 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора:

  1. Аҡяйыҡ районы — Чапаев ауылы
  2. Бүкәй урҙаһы районы — Сайҡын ауылы
  3. Бөрлө районы — город Аҡсай
  4. Яңыҡала районы — Яңыҡала ауылы
  5. Йәнбәк районыЙәнбәк ауылы
  6. Байтирәк районыПеремётное ауылы
  7. Ҡаҙталов районы — Ҡаҙталовка ауылы
  8. Ҡаратүбә районы — Ҡаратүбә ауылы
  9. Һырым районы — Йәмбей ауылы
  10. Ташҡала районыТашҡала ауылы
  11. Тирәкле районы — Тирәкле ауылы
  12. Сыңғырлау районы — Сыңғырлау ауылы
  13. Уральск ҡалаһы