Төлкө
Төлкө (лат. Vulpes vulpes; төр. tilki) — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек[1]; эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр заты.
Кәүҙәһе 50—90 см, ҡарһаҡтыҡы 50—60 см оҙонлоҡта. Төлкө ауырлығы 2,2 — 10 кг, ата төлкө эрерәк була. Йөнө ҡуйы, ҡарһаҡтыҡы аҡҡһыл, ерәнһыу көрән төҫтә, ҡорһағы бысраҡ аҡ йәки һарғылт, ябай төлкө сағыу ерән төҫтә ҡулбаштарында ҡара таптар бар, түше һәм ҡорһағы аҡ. Мороно осло, ҡолаҡтары оҙон, арт яғында ҡара (ябай төлкө) йәки ерәнһыуһоро (ҡарһаҡ) төҫтә, осланған. Аяҡтары ҡыҫҡа, ябай төлкө ҡара таптар бар, ҡарһаҡтыҡы тапһыҙ, алғылары — биш, артҡылары дүрт бармаҡлы. Тырнаҡтары тупаҡ, эскә батмаған. Ҡойроғо оҙон, ҡабарынҡы, осо аҡ (ябай төлкө) йәки ҡара (ҡарһаҡ) төҫтә[2].
Урманлы далала, далала йәшәй. Төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Тәүлек буйы, бигерәк тә кисен әүҙем.
Тороғоу ваҡыты — ғинуар-март. Йөклөлөк ваҡыты 52-56 көн, 4-6 бала килтерә, һирәк кенә — 12. Көҙөн ғаилә тарҡала, төлкө ояһын ташлап берәҙәк йөрөй.
Урманда йәшәгән төлкөнөң ғүмере ҡыҫҡа, өс йыл тирәһе генә, һирәк осраҡтарҙа ете йыл йәшәүе мөмкин. Кеше ҡарап үҫтергән төлкөләрҙең 25-әр йылға тиклем йәшәүҙәре мөмкин.
Төлкө ғаиләһе
Төлкө йәйен өңөндә йәшәй. Балаларын инә һәм ата төлкө бергәләп тәрбиәләй. Тәүҙә улар балаларына үлтерелгән хайуандарҙы, ә унан яраланған, ә аҙаҡ тере хайуандарҙы алып ҡайта. Шулай итеп, оло төлкөләр балаларын табышты үҙҙәренә ауларға өйрәтә. Көҙөн ғаиләләр тарҡалғас, ҡыш көнө яңғыҙ тереклек итә башлай. Улар сысҡан һәм умыртҡалы хайуандар менән туҡлана.
Таралыуы
Төлкө киң таралған: бөтә Европа, Төньяҡ Африка (Мысыр, Алжир, Марокко, төньяҡ Тунис), Азияның ҙур өлөшө (төньяҡ Һиндостан, көньяҡ Ҡытай). Төньяҡ Америкала арктик зонанан алып Мексика ҡултығы ярҙарына тиклем. Төлкө Австралияла климатлаштырыла.