Диңгеҙ бөркөтө

Диңгеҙ бөркөтө, балыҡ бөркөтө, аҡҡойроҡ бөркөт, аҡкүт (рус. Орлан-белохвост , лат. Haliaeetus albicilla)— ҡарсығалар ырыуынан булған йыртҡыс ҡош. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл Китабына индерелгән.

undefined
undefined

Ҡылыҡһырлама

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары бармаҡ һымаҡ күренә. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, башы һәм муйыны һарғылт аҡ, ҡойроғо ап-аҡ. Беҙҙәге башҡа ҙур йыртҡыс ҡоштарҙан аҡ төҫтәге ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыййй-ҡыййй-ҡыййй» йәки ҡалын һәм тоноҡ: «ҡроҡ-ҡроҡ».

Йәшәү рәүеше

Ҙур күл һәм йылға буйҙарында йәшәй Төп аҙығы — балыҡ. Ваҡ йәнлек һәм ҡоштарҙы ла аулай. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ояһы ағас баштарында була. Ерәнһыу таплы 1—3 (күберәк 2) бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр