Маңғыстау өлкәһе
Маңғыстау өлкәһе (ҡаҙ. Маңғыстау облысы, Mañğystau oblysy) — Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан өлкә. Административ үҙәге — Аҡтау ҡалаһы. Өлкәнең майҙаны 165 642 км² (7-се урын), был Ҡаҙағстан территорияһының 6,1 %-ын тәшкил итә. 2024 йылдың башына ҡарата халыҡ һаны 791 300 кеше.
Маңғыстау өлкәһе — Ҡаҙағстандың төп сәнәғәт төбәктәренең береһе. Бында илдең нефть запастарының 25 проценты табыла (яҡынса 20 миллион тонна). Биләмә аша Аҡтау — Етебай — Үҙән нефть үткәргесе үтә.
Өлкә биләмәһендә бай ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары урынлаша. Төп файҙалы ҡаҙылмалар — нефть һәм газ. Ятҡылыҡтарҙың күп өлөшө Яңы Үҙән ҡалаһы янында һәм Боҙасы ярымутрауында туплана. Маңғыстауҙа 59 нефть һәм газ ятҡылығы табыла, шул иҫәптән: Аҡһаҙ, Аҡтоты, Арыстан.
Шулай уҡ, Маңғыстау өлкәһендә Ҡаҙағстандың «диңгеҙ ҡапҡалары» — Ақтау ҡалаһы урынлаша.
Өлкә 5 райондан һәм 2 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора. Өлкәнең сиктәштәре:
- Төньяҡта-көнсығышта — Атырау һәм Аҡтүбә өлкәһе
- Көньяҡта — Балҡан өлкәһе (Төркмәнстан)
- Көнсығышта — Үзбәкстан (Ҡараҡалпаҡстан)
Архитектура ҡомартҡылары
- Айтман кәшәнәһе
- Бекет-Ата
Географик мәғлүмәт
Каспий диңгеҙенең көнсығышында, Маңғыстау яйлаһында урынлашҡан. Көнбайыштан Каспий диңгеҙе менән йыуыла — көнбайышҡа табан тәрән ҡултыҡтары менән Маңғыстау ярымутрауы: Үле Ҡултыҡ, Маңғыстау, Ҡаҙаҡ, Кендерле. Каспий диңгеҙендә — Тюлень утрауҙары. Төньяҡ өлөшө киң тоҙлоҡтар менән Каспий буйы уйһыулығында урынлашҡан, көньяҡ өлөшөн Манғыстау тауҙары (Отпан тауы, 532 м), Өсйорт яйлаһы, Маңғыстау һәм Кендерле-Ҡаясан массивтары биләй. Бер нисә уйпатлыҡ диңгеҙ кимәленән түбәнерәк урынлашҡан, шул иҫәптән Ҡаҙағстандың иң түбән нөктәһе — Ҡараҡыя уйпатлығы Маңғыстау ярымутрауында (−132 м). Өлкә биләмәһендә Ҡомло морон урынлашҡан.
Климаты ҡырҡа континенталь, үтә ҡоро.
Ғинуарҙың уртаса температураһы −7 °C, июлдең уртаса температураһы +27 °C (айырым көндәрҙә максималь температура +40 °C-тан юғары).
Йыллыҡ яуым-төшөмө 100—150 мм.
Административ бүленеше
Өлкә 5 райондан һәм 2 өлкә ҡарамағындағы ҡалаларҙан тора:
- Бейнеү районы — Бейнеү
- Ҡараҡыя районы — Ҡурыҡ
- Маңғыстау районы — Шетбе
- Мунайлы районы — Маңғыстау
- Тупҡараған район — Форт-Шевченко
- Аҡтау ҡалаһы
- Яңыүҙән ҡалаһы
Башта, 1973 йылда, өлкә Бейнеу, Ералы һәм Маңғыстау райондарына бүленә. 1980 йылда Мунайлы районы ойошторола, ләкин 1988 йылда ул бөтөрөлә. 1992 йылда Тупҡараған районы булдырыла, ә бер йылдан һуң Ералы районы Ҡараҡыя районы тип үҙгәртелә. 2007 йылда Мунайлы районы яңынан тергеҙелә.
Туризм
Маңғыстауҙың иҫтәлекле урындары:
- Боҙйыра – теш һымаҡ күтәрелеп торған ҡая таштары, «Ҡаҙыҡ теш» тип тә билдәле.
- Шерҡала – үҙенсәлекле формалағы таш ҡәлғә.
- Торыш – шар формаһындағы конкрециялар уйһыулығы (шарлы таштар далалығы).
- Ҡапамсай – аҡбурлы каньон.
- Ер аҫты мәсеттәре: Бекет-ата, Шаҡпаҡ-ата, Солтан-епе – Ҡаҙағстандың төрлө мөйөштәренән килгән ғибәҙәт ҡылыусылар урыны.
- Ҡыҙылҡала — боронғо урта быуат ҡалаһы, күп һанлы боронғо таш һүрәттәре (петроглифтар) менән үҙенсәлекле.
Өлкәнең туристик мөмкинлектәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте милли туристик порталдан табырға мөмкин: Kazakhstan.travel[3]
- ↑ Об изменении численности населения Республики Казахстан с начала 2021 года до 1 октября 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Казахстана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: октябрь 2022.
- ↑ Численность населения РК по отдельным этносам 2021 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2019. Архивировано 4 июнь 2020 года.
- ↑ kazakhstan.travel. Достопримечательности Мангистауской области (ru (рус. )) // сайт, портал. Архивировано 29 май 2024 года.