4 сентябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1931 йыл: Бишбүләк районының «Светлый путь» гәзитенең тәүге һаны сыға.
- 1959 йыл: АҠШ-та һатыуға беренсе тапҡыр колготка сығарыла.
тулы исемлек
- 1975 йыл: СССР Үҙәк телевидениеһының 1-се каналында «Что? Где? Когда?» уйыны тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1991 йыл: Свердловск ҡалаһының исеме Екатеринбург итеп үҙгәртелә.
- 1998 йыл: «Google» компанияһы ойошторола.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Рәшит Нурмөхәмәтов (1925—23.08.1986), рәссам, педагог. 1972—1980 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт бүлеге мөдире. 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Плотников Иван Фёдорович (1925—13.07.2011), СССР һәм Рәсәйҙең тарихсы-ғалимы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник. Тарих фәндәре докторы (1967), профессор (1968), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). В. Н. Татищев һәм Г. В. де Геннин исемендәге премиялар лауреаты (1999). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1967) ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Сәфиуллин Баһаутдин Афзал улы (1925—25.01.1983), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1982 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының 5-се бүлексәһе комбайнсыһы һәм тракторсыһы. Ленин (1974) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Тәпән ауылынан.
- Афанасьев Василий Павлович (1935—2008), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1956 йылдан Миәкә районы Н. Н. Шверник исемендәге колхоз бухгалтеры, 1962—2008 йылдарҙа «Восток» колхозы һәм ауыл хужалығы кооперативы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Вәхитов Риф Хәйрулла улы (1940—14.09.2021), агроном, комсомол, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1979 йылдан хәҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың район комитетының беренсе секретары, 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2012).
- Ғәләлетдинов Альфред Ғаяз улы (1940—13.07.2023), инженер-химик. 1988 йылдан Башҡорт АССР-ының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1992—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылынан.
- Назаров Владимир Дмитриевич (1940), инженер-электрофизик-ғалим. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1991 йылдарҙа һыу менән тәьмин итеү һәм канализация кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Борисов ҡалаһынан.
- Дулатов Алексей Даутович (1950), хәҙерге бишбәйге спортсыһы һәм 1972 йылдан тренер. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы Уҡытыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек циклы начальнигы, 2002 йылдан — Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР-ҙың спорт мастеры (1974), Бөтә Союз (1991) һәм республика (1976) категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (1950), агроном, иҡтисадсы-ғалим, ауыл хужалығы, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры; 2000—2007 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының Федераль Йыйылышы депутаты, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999), 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Әлмөхәмәтова Ләлә Шамил ҡыҙы (1960), иҡтисадсы-инженер, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1997 йылдан Краснокама район советының бүлек мөдире, 2004—2016 йылдарҙа — секретары. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2014). Сығышы менән Нефтекама ҡалаһынан.
- Заманов Әлфир Вафир улы (1990), йырсы, Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Сибай концерт-театр берекмәһе солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2024). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гельблу Яков Иосифович (1911—2007), ғалим-тел белгесе-германист, яҙыусы, крайҙы өйрәнеүсе, коллекционер-филателист. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, хәрби тәржемәсе. 1952 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, немец теле кафедраһы мөдире, 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультеты деканы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ике I дәрәжә Ватан һуғышы(1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Әхмәтов Орбелий Абдулла улы (Ахмет Орбелин; 1941—2007), журналист, шағир һәм яҙыусы. «Һәнәк» журналының элекке тәржемәсе-мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Исхаҡов Фәтих Шамил улы (1946), комсомол органдары һәм төҙөлөш тармағы ветераны. 1968—1974 йылдарҙа комсмол эшендә, шул иҫәптән 1970 йылдан республика студент төҙөлөш отряды командиры — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1995—2009 йылдарҙа «Башстром» йәмғиәте, артабан «Баштур» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (2001) төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Абдулла ҡалаһынан.
- Нафиков Шакирйән Вәкил улы (1946), ауыл хужалығы ветераны һәм хеҙмәт алдынғыһы. 1964 йылдан Балаҡатай районы Калинин исемендәге колхоз механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән ошо райондың Һәйбәт ауылынан.
- Ғиззәтуллин Ринат Абдулла улы (1971), спортсы, тренер. Бокс буйынса 1990 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан — БДБ, 1993 йылдан — Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2005 йылдан Өфөләге «Ника» үҫмерҙәр спорт клубының тренер-уҡытыусыһы. Рәсәй чемпионы (1992), Король Кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Таиланд, 1993). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хажиәхмәтов Радик Фазлиәхмәт улы (1947), төҙөүсе. 1966—2000 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының Баҡалылағы 4-се идаралығы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылынан.
- Хәкимов Альберт Мөхәмәт улы (1947), агроном. Мәсетле районы Ленин исемендәге колхозының элекке баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
тулы исемлек
- Шәйхлисламова Зинфира Әхмәҙулла ҡыҙы (1957), педагог. 1993 йылдан Октябрьский ҡалаһының хәҙерге 2-се гимназияһы уҡытыусыһы, директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, ҡаланың почётлы гражданы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (1929—31.08.1991), театр артисы. 1970—1991 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
- Корольков Григорий Михайлович (1934—20.04.2012), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1964–1994 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресы бригадиры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы Уртакүл совхозының Һарайғыр бүлексәһе ауылынан.
тулы исемлек
- Афанасьев Василий Павлович (1939), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Миәкә районы «Восток» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Нуруллин Ренат Хаммат улы (1949), кинорежиссёр, сценарист. Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Зәйпекүл ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 973 йыл: Әл-Бируни, төрки һәм фарсы ғалимы.
- 1780 йыл: Фёдор Гааз, Рәсәй империяһының күҙ табибы, йәмәғәт эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1835 йыл: Александр Баженов, Рәсәй империяһы драматургы, тәржемәсе, театр тәнҡитсеһе.
- 1874 йыл: Александр Вишневский, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби хирургы, дауалау майын (Мазь Вишневского) эшләүсе, академик.
- 1875 йыл: Евгений Лансере, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, график, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1945).
- 1904 йыл: Павел Масса́льский, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1963).
- 1929 йыл: Нина У́ргант, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1934 йыл: Эдуард Хиль, СССР һәм Рәсәйҙең опера, камера, эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974).
- 1952 йыл: Евге́ния Глушенко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
- 1954 йыл: Виктор Бычко́в, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (фильмдары «Особенности национальной охоты», «Особенности национальной рыбалки»).
- 1973 йыл: Кирилл Пирогов, театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005). («Орёл и решка» — төп роль, «Брат 2»).
- 1980 йыл: Дэвид Гарретт, Германия скрипкасыһы, композитор.
Был көндә вафат булғандар
- 1907 йыл: Эдвард Григ, Норвегия композиторы.
- 1930 йыл: Владимир Арсеньев, Алыҫ Көнсығышты тикшергән сәйәхәтсе, СССР яҙыусыһы («Дерсу Узала» һәм башҡа китаптар авторы).
тулы исемлек
- 1963 йыл: Михаил Романов, театр һәм кино актёры, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951).
- 1965 йыл: Альберт Швейцер, Германияның теология буйынса белгесе һәм табип, Нобель премияһы лауреаты (1952).
- 1998 йыл: Игорь Сорин, СССР һәм Рәсәй шағиры, музыкант һәм артист, 1995—1998 йылдарҙа популяр «Иванушки International» төркөмө солисы.
- 2014 йыл: Донатас Банионис, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.