Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы
Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбәрәй улы (рус. Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич; 1925 йылдың 4 сентябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 1986 йылдың 23 авгусы, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет башҡорт рәссамы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы (1966), РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1977), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Биографияһы
Р. М. Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған[1].
1950 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1956 йылда В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтын тамамлаған. Мәскәү институтында уның уҡытыусылары билдәле совет рәссамдары Виктор Григорьевич Цыплаков һәм Василий Прокофьевич Ефанов булған. Өфөләге уҡытыусылары — рәссамдар Александр Эрастович Тюлькин һәм Порфирий Маркович Лебедев.
1960—1965 һәм 1971—1980 йылдарҙа — БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайланған[2].
Педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән: 1972 йылдан 1980 йылға тиклем Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытҡан. Институтта художество факультетын асыу инициаторы булған. Уның уҡыусылары — И. Бикбулатов, Р. Зайнетдинов, Р. Харисов, Р. Абдуллин, Г. Калитов, У. Мөхәмәтшин.
Эштәре
Төп эштәре: «Яҙыусы С. Агиштың портреты» (1953), «Балерина Зәйтүнә Насретдинованың портреты» (1955), «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы В. А. Ғиззәтуллиндың портреты», «Скульптор М. Якубов».
Нурмөхәмәтовтың геройҙары «ябай кешеләр» — балта оҫталары, быраулаусылар, ғөмүмән, көндәлек хеҙмәт өҫтөндәге республика халҡы. Шундай эштәре араһында — «Һауынсы Рыҫҡолова» (1964), «Самауыр артында» (1961), «Чабан Дәүләтов» (1965), «Кәрим бабай» (1967), «Быраулаусы Ғәфүр» (1959)[4]..
Р. М. Нурмөхәмәтов үҙ ижадында хеҙмәт кешеһе йөҙөн эҙләүҙә «ҡырыҫ стиль» аша ла үтә. Уның «Төньяҡ сигендәге эш көндәре» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974) һәм башҡа шундай үҙенсәлекле эштәре бар. Иң яҡшы картиналары — «Нефть крайында» (1969), «Шәриғәт ҡорбандары» (1953—1969. Киндер, майлы буяу).
70-80-се йылдарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының портреттарын яҙа. 70-се йылдарҙа Төньяҡ сигендә һәм Алтайҙа булыу һөҙөмтәһендә жанрлы картиналар, портреттар һәм тәбиғәт күренештәре эшләнә: триптих «Төньяҡ сик өҫтәндә» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974), «Алтайҙағы көҙ» (1983)[5]..
Күргәҙмәләре
Р. М. Нурмөхәмәтов — 1947 йылдан алып республика, зона, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил (ГДР, МХР) күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1970, 1975, 1986), Севастополдә һәм Алма-Атала (1975), Ҡазанда һәм Ленинградта (1976) ойошторолған.
- Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1951 йылдан башлап бөтәһендә лә, 1972 һәм 1976 йылғы йәштәр күргәҙмәләренән башҡа.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969.
- «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
- В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
- 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- РСФСР автономиялы республикалар рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең Ҡараҡалпаҡ АССР-ында декада күргәҙмәһе, Нөкөс, 1976.
- РСФСР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1952.
- «РСФСР рәссамдары» күргәҙмәһе, Мәскәү, 1956.
- «Совет Рәсәйе» бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1960.
- «Совет Рәсәйе — 2» бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1964.
- «Совет Рәсәйе — 3» бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
- Совет власының 50 йыллығына арналған бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
- В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
- «СССР — беҙҙең Ватан» бөтә Союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1973.
- «Севастополдең героик һаҡсыларына арнала» совет рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Севастополь, 1976.
- «Совет һынлы сәнғәте» халыҡ-ара күргәҙмәһе, МХР, Улан-Батор, 1970.
- Башҡортостан рәссамдары әҫәрҙәренең ГДР-ҙа күргәҙмәһе, Галле ҡ., 1975.
- «Рәшит Нурмөхәмәтов һәм Сергей Литвинов. Башҡортостандың күренекле рәссамдары» рәссамдарҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә, А. З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһы, Өфө, 2025[6].
- Рәссамдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Рәшит Нурмөхәмәтов. Дәүер, кешеләр, тарих» ретроспектив күргәҙмәһе, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Өфө, 2025[7][8][9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971);
- «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» миҙалы (1975);
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1955);
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1970)[10];
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966)[10].
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Выставка картин Рашида Нурмухаметова в Стерлитамаке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2012. Архивировано 26 июль 2012 года.
- ↑ 1 2 Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич. Tatarica. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Воспоминания о большом мастере живописи Рашиде Мухаметбареевиче Нурмухаметове. mt-smi.mirtesen.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Башкирия в семейном альбоме. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич. tatarica.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Выставка «Рашит Нурмухаметов и Сергей Литвинов. Выдающиеся художники Башкортостана». poufe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ В Уфе открывается выставка к 100-летию художника Рашида Нурмухаметова. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ В Уфе открылась выставка к 100-летию художника Рашида Нурмухаметова. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Башкирия в семейном альбоме. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич. Союз художников Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Мемориальная доска Р.М. Нурмухаметову. 2ГИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич. Виртуальный Русский музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
- ↑ Нурмухаметов Рашит Мухаметбареевич. Tatarica. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа, 1979.
- История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1978.
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
- История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
- Н. Голованов: «Р. Нурмухаметов». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, 1972.
- Э. Бодрова: «Рашид Нурмухаметов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
- Г. Пикунова: Песня о Башкирии. Ж. «Художник», 1974, № 7.
- А. Писарев: Радость творчества. Ж. «Агидель», 1974, № 7.
- В. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. М. Б. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
- «Краски Башкирии». Редакционная статья. Газ. «Советская культура», 1969, 20 августа.
- «Башкирия Юбилейная». Редакционная статья. Газ. «Советская культура», 1969, 19 августа.
- А. Герасимов: Художник Башкирии — гость Севастополя. Газ. «Флаг Родины», 1974, 8 декабря.