Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы
Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (4 сентябрь 1929 йыл — 31 август 1991 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
Ғәбделхәй (Хәй) Ғимаҙи улы Фәхриев 1929 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылы) тыуған.
1950 йылда Өфө театр-сәнғәт училищеһын (педагогтары Х. Бухарский, Г. С. Саттаров) тамамлай.
Училищены тамамлағас, Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы һәм Ауырғазы райондарының колхоз-совхоз театрҙарында эшләй, аҙаҡ Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлегенең художество етәксеһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ә 1970 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.
1991 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
- Ғмлмийәрр — «Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов;
- Заман — «Ҡыңғыраулы дуға», Н. Нәжми;
- Ғәфүр — «Бай һәм хеҙмәтсе», Х. Ниязи;
- Дәрүиш — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим;
- Краснов — «Бәлә кеше башынан йөрөй», А. Н. Островский;
- Иван Якутов — «Һуңғы алыш», Т. Бикмаев;
- Әбләй — «Бажалар», И. Абдуллин;
- Байтирәк — «Ҡыйыу ҡыҙҙар», Т. Ғиззәт;
- Кәрим бай — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
- Бәҙри — «Ғәлиәбану», М. Фәйзи[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
Хәтер
- Өфө ҡалаһында артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Стәрлебаш ауылында һәм Благовещенск ҡалаһында артист исемендәге урамдар бар[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Габдельхай Фахреев. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Фахреев Габдельхай (Хай) Гимадиевич. театрсалават.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.