31 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Традицион Африка медицинаһы көнө.
АҠШ:
- Саф һауала ашау көнө.
Ҡырғыҙстан:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Малайзия:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Молдавия:
- Дәүләт теле көнө.
Польша:
- Теләктәшлек һәм азатлыҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Аттар көнө.
Үзбәкстан:
- Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
АҠШ:
- Яусы (димсе) көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө.
Сингапур:
- Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1386 йыл: Дон йылғаһы үҙәнендәге Куликово яланында рус ғәскәрҙәре Алтын Урҙа төмәне Мамайҙың ғәскәрен тар-мар итә.
- 1735 йыл: Үҫәргән башҡорттарының ерҙәрендә, Яйыҡ буйында (Ур йылғаһының тамағында) Ырымбур ҡәлғәһенә (хәҙер Орск ҡалаһы) нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1892 йыл: Рәсәй империяһы меценаты Павел Третьяков үҙе йыйған рәсемдәр галерияһын Мәскәү ҡалаһына биреүе тураһында иғлан итә.
- 1900 йыл: Бөйөк Британияла «Кока-Кола» эсемлеге һатыуға сығарыла.
- 1914 йыл: Рәсәй императоры Николай II фарманы менән Санкт-Петербург ҡалаһының исеме «Петроград» итеп үҙгәртелә.
- 1925 йыл: СССР-ҙа дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү тураһында декрет ҡабул ителә.
- 1937 йыл: Хәҙерге Бөтә Рәсәй дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәтсәндәре һөнәри союзының Башҡортостан республика ойошмаһы эшләй башлай.
- 1939 йыл: Халхин-Гол йылғаһы буйындағы СССР—Япония хәрби конфликты тамамлана.
- 1993 йыл: Мәскәүҙә Рәсәйҙең беренсе авиация-космос салоны асыла.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мөхәмәтшин Рәшит Әмир улы (1950), нефть химияһы сәнәғәте хеҙмәткәре. 1969—2008 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәтенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Кесе Аллағыуат ауылынан (1978 йылдан Салауат ҡалаһы составында).
- Ҡапҡаева Илүзә Эрик ҡыҙы (1955), журналист, педагог. 1985 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылға тиклем бүлек мөдире, 2001 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары, 2008 йылдан — мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары; бер үк ваҡытта 2007 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Шәһит Хоҙайбирҙин (1997) һәм М. Аҡмулла исемендәге (2008) премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Мари Һыуыҡһыуы ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллин Ринат Мөҙәрис улы (1975), иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2019 йылдан «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт генераль директорының беренсе урынбаҫары, 2020 йылдан — генераль директоры. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт Грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Әбүшахманов Ринат Әхтәм улы (1980), балет артисты, балетмейстер һәм хореограф. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы (1931—10.09.2001), бейеүсе. 1951—1971 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1981—1986 йылдарҙа — художество етәксеһе. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты.
- Байков Арсен Радик улы (1981), спортсы. Өфөнөң «Геракл» спорт клубының пауэрлифтинг буйынса тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999, 2002—2003), Донъя кубогының (2003) һәм Рәсәй чемпионатының (2001) көмөш призёры, үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемпионы (2004). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Березовский Пётр Александрович (1917— ?), иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең инженер-иҡтисадсыһы, 1963—1983 йылдарҙа — генераль директор урынбаҫары. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1972). 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1943) ордены кавалеры.
- Шаммазов Айрат Минһаж улы (1947), инженер-механик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм 1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1989 йылдан — проректор, 1994—2014 йылдарҙа — ректор. 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты. Башҡортостан Республикаһының икенсе—дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (1986), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге ике премияһы лауреаты, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1985), Почёт ордены кавалеры (2007).
тулы исемлек
- Ғилметдинова Зөләйхә Зәки ҡыҙы (1952), педагог, йәмәғәтсе. 1984 йылдан Салауат ҡалаһының 18-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1995 йылдан 23-сө урта мәктәп директоры урынбаҫары, 2000 йылдан — уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2011) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы (2006), «Иң яҡшы профсоюз лидеры» республика конкурсы (2000) еңеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Таймый ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сибагатуллин Ростислав Имамович (1923—2.07.2016), СССР-ҙың хәрби начальнигы һәм йәмәғәт эшмәкәре. Отставкалағы гвардия генерал-майоры, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ветерандарҙың Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһының Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитетының элекке бюро ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә «Ватанға СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәте өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән Украинаның Хмельницкий өлкәһе Шепетовка ҡалаһынан.
- Краснов Сергей Борисович (1948), рәссам. Рәсәй художество академияһы академигы (2007). 1976 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2008). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1988).
тулы исемлек
- Хохрякова Лидия Николаевна (1958), Краснокама районының үҙәк район мәҙәниәт йортоноң «Берёзонька» халыҡ вокал ансамбле хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Грубе Александр Васильевич (1894—4.10.1980), скульптор, уҡытыусы, йәмәғәтсе. 1942—1944 йылдарҙа Белорус ССР-ы Рәссамдар союзының идара рәйесе. Белорус ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942) һәм халыҡ рәссамы (1944). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Баженов ауылынан.
- Антипин Виктор Николаевич (1929—30.11.2010), хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1958—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты оперуполномоченныйы, бүлек начальнигы, комитет рәйесе урынбаҫары. Полковник. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Именлек Советы секретары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе; СССР-ҙың почётлы дәүләт именлеге хеҙмәткәре. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Дёмин Василий Иванович (1934—2022), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының элекке тракторсыһы һәм комбайнсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенән.
- Васанова Нина Ивановна (1934), табип. 1967-1989 йылдарҙа Республика ҡан тапшырыу станцияһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың граждандар оборонаһы һәм СССР-ҙың санитар оборонаһы отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Грибов Вячеслав Викторович (1949–3.03.2021), йырсы, музыкант. 1974–1987 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының хор капеллаһы артисы, орган көйләүсеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы.
Дөйөм исемлек
- 1749 йыл: Александр Радищев, 18-се быуат Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1810 йыл: Екатерина Бакунина, Рәсәй империяһының шәфҡәт туташы, XIX быуаттың ике һуғышында ҡатнашыусы.
тулы исемлек
- 1850 йыл: Александр Шимановский, Рәсәй империяһы этнографы, фольклорсы.
- 1853 йыл: Алексей Брусилов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-кавалерист, Ҡыҙыл Армияның атлы ғәсҡәрҙәре инспекторы.
- 1855 йыл: Всеволод Руднев, Рәсәй империяһы адмиралы, «Варяг» крейсеры командиры.
- 1870 йыл: Мария Монтессори, Италия педагогы, илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ табибы.
- 1874 йыл: Вячеслав Менжинский, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, финанс халыҡ комиссары һәм 1926—1934 йылдарҙа ОГПУ етәксеһе.
- 1905 йыл: Федор Зигмунд, механик-ғалим, Ҡазан химия технология һәм Ҡазан төҙөүсе инженерҙар институтының элекке уҡытыусыһы.
- 1915 йыл: Шакир Абилов, СССР һәм Рәсәй ғалимы, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында тыуып, Татарстанда эшләгән әҙәбиәт белгесе.
- 1932 йыл: Роман Ткачук, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).
- 1936 йыл: Владимир Орлов, СССР яҙыусыһы, драматург, профессор, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- 1940 йыл: Геннадий Васильев, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1945 йыл: Ван Моррисон, Ирландия музыканты, рок-вокалсы һәм мультиинструменталист.
- 1945 йыл: Ицхак Перлман, Израиль һәм АҠШ музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1945 йыл: Леонид Попов, СССР космонавы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1975 йыл: Игорь Богомазов, Рәсәй йырсыһы, «Отпетые мошенники» төркөмөнөң элекке ағзаһы, йыр текстары авторы.
- 1980 йыл: Александр Попов, Рәсәй хоккейсыһы, донъя чемпионы (2012).
Был көндә вафат булғандар
- 1941 йыл: Марина Цветаева, СССР шағиры.
- 1967 йыл: Илья Эренбург, СССР яҙыусыһы һәм йәмәғәтсе.
тулы исемлек
- 2011 йыл: Равмер Хәбибуллин, СССР-ҙың дәүләт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе.
- 2012 йыл: Сергей Соколов, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1978), Советтар Союзы Геройы, 1984—1987 йылдарҙа СССР-ҙың оборона министры.