Антипин Виктор Николаевич
Антипин Виктор Николаевич (31 август 1929 йыл — 30 ноябрь 2010 йыл) — элемтәсе-инженер, сәнәғәт өлкәһе, именлек һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1958—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты оперуполномоченныйы, бүлек начальнигы, комитет рәйесе урынбаҫары. Полковник. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Именлек Советы секретары. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе; СССР-ҙың почётлы дәүләт именлеге хеҙмәткәре. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Виктор Николаевич Антипин 1929 йылдың 31 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Өфөләге 26-сы моторҙар эшләү заводында слесарь булып башлай[2], артабан Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1948—1953 йылдарҙа Ленинград элемтә электротехник институтында уҡый. 1954 йылдан Өфө элемтә аппаратуралары заводында эшләй, мастерҙан, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы була[1].
1958 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитетының Юғары курсын тамамлай һәм Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитетында хәрби хеҙмәтен башлай. Бында ул оперуполномоченныйҙан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем вазифа баҫҡыстарын үтә. 1991 йылда полковник званиеһында отставкаға сыға.
Ил именлеген тәьмин итеүҙәге конкрет ыңғай һөҙөмтәләр һәм уларға индергән шәхсән өлөшө өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы менән бүләкләнә, СССР-ҙың почётлы дәүләт именлеге хеҙмәткәре исеменә һәм күп кенә ведомство наградаларына лайыҡ була.
1991 йылдан — Өфөләге «Гидравлика» агрегат берекмәһенең именлек хеҙмәте начальнигы, 1994—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Именлек Советы секретары.
2010 йылдың 30 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының ике Почёт грамотаһы
- СССР-ҙың почётлы дәүләт именлеге хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН «О Совете безопасности Республики Башкортостан». 5 апреля 1994 года N УП-176. Сайт АО «Кодекс»: Электронный фонд правовых и нормативно-технических документов
- База данных «Лабиринт». АНТИПИН Виктор Николаевич. Бывший секретарь Совета Безопасности Башкирии
- Не стало Виктора Антипина. ИА «Башинформ», 1 декабря 2010 года