Профсоюз
Профсоюз (рус. профессиональный союз — һөнәри союз) — производствола, хеҙмәтләндереү тармағында, мәҙәниәттә һәм башҡа эшмәкәрлек өлкәһендә мәшғүл булған һәм башлыса шөғөл төрө буйынса уртаҡ мәнфәғәттәр менән бәйле кешеләрҙең ирекле йәмәғәт берләшмәһе. Ул хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә эшсәндәрҙең хоҡуҡтарын һәм азатлығын, шулай уҡ ойошма ағзаларының социаль-иҡтисади мәнфәғәттәрен яҡлау һәм вәкиллек итеү маҡсатында ойошторола, ялланған хеҙмәткәрҙәрҙең вәкиллеген киңәйтеү мөмкинлеген дә бирә.
Тарихы
Эшселәр союздары (ингл. Trade-Unions, нем. Gewerkvereine, франц. Syndicats ouvriers) XIX быуатта пролетариаттың капиталистик эксплуатацияға ҡаршы көрәше барышында барлыҡҡа килә, ә иң башта улар XVIII быуат уртаһынан Ангияла ойоша башлай. Трейд-юниондарҙың күпселеге 1899 йылдан "Трейд-юниондар дөйөм федерацияһы"на берләшә.
1868 йылда Тред-юниондар конгресы (ингл. Trades Union Congress) төҙөлә, шул ваҡыттан алып ул — профсоюз хәрәкәтенең төп координациялау органы булып килә.
1920 йылға Бөйөк Британия эшселәренең яҡынса 60 проценты профсоюздарҙа ағза була.
Артабан профессиональ союздар бөтә донъя буйынса киң тарала.
Рәсәй империяһында
Рәсәй империяһында XIX быуат аҙағына тиклем эшселәр союздарын ойоштороу тыйыла — илдә бары тик аҙ ағзалы үҙ-ара ярҙам кассалары ғына була.
Уралда һәм Себерҙә «1861 йылғы положение» буйынса ойошторолған Тау заводы ширҡәттәре (тау заводы эшселәре ширҡәте) эшләй, уларҙың төп маҡсаты — социаль страховкалау, шулай уҡ хеҙмәт низағтарын көйләү була. Был ширҡәттәр менән эшселәрҙән һайлап ҡуйылған дүрт ағза һәм завод идаралығы тәғәйенләгән рәйес составындағы Попечительный приказ етәкселек итә.
XX быуат башына 16 тау заводы ширҡәте була.
1875—1876 йылдарҙа народниктар тырышлығы менән Одессала Көньяҡ Рәсәй эшселәр союзы ойошторола.
1878—1880 йылдарҙа Санкт-Петербургта Төньяҡ-рус эшселәр союзы эшләй.
1890 йылдарҙан Польша Батшалығында, Төньяҡ-көнбайыш крайында, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә социал-демократик партияның әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йәшерен рәүештә эшселәр союздары барлыҡҡа килә башлай.
1901—1903 йылдарҙа Сергей Васильевич Зубатов башланғысы менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта властар рөхсәте менән тәүге легаль эшселәр союздары — «Механик производство эшселәренең үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәте» ойошторола.
1904 йылда рухани Георгий Гапон башланғысы буйынса һәм властар рөхсәте менән Санкт-Петербургта легаль «Санкт-Петербург ҡалаһының рус фабрика-завод эшселәре йыйылышы» төҙөлә. Әммә 1905 йылдың 9 ғинуарында батшаға эшселәрҙең хәлен яҡшыртыу тураһында петиция биреү маҡсатында демонстрация ойошторғандан һуң ул ябыла.
1905—1906 йылдарҙа бөтә Рәсәй буйынса йөҙгә яҡын эшселәр союзы ойошторола (тәүгеһе — «Баҫма эше хеҙмәткәрҙәре союзы» — 1905 йылдың 16 апрелендә Санкт-Петербургта төҙөлә). Уларҙың ҡайһы берҙәре башта легаль була, әммә һуңынан административ эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә, ябыла йәки легаль булмаған хәлгә күсә.
1910 йылда эшселәр хәрәкәте һәм профсоюздар өсөн көрәш яңынан күтәрелә башлай, әммә үҙенең иң юғары нөктәһенә ул 1917 йылдың башында етә. Үҙ профсоюзын ойошторорға ынтылмаған бер генә һөнәр хеҙмәткәрҙәре лә, ялланған эшселәр төркөмө лә ҡалмай.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
• Дамье В. В. Из истории анархо-синдикализма (опубл.: Дамье В. В. Анархо-синдикализм в XX веке. М.: ИВИ РАН, 2001).
• Ленин В. И. Тред-юнионистская и социал-демократическая политика — глава из книги «Что делать?»
• Тарасов А. Н. «ФНПР Corp.»: Как и почему «официальные» российские профсоюзы стали частью корпоративной системы
• Хоффер Ф. Представительство интересов наёмных работников в условиях социальной рыночной экономики Германии) Архивная копия от 13 март 2016 на Wayback Machine // Полис. 1993. № 1.
• Сошникова Т. А. Пути повышения роли профессиональных союзов в современной России. — М.: Изд-во Московского гуманитарного университета, 2014. — 168 с. — ISBN 978-5-98079-917-5 (архивировано в WebCite).
• http://istprof.ru/577.html Большаков В. П. _Господа «товарищи» (горнозаводские товарищества)
• Прокофьева Е. Ю., Чернова О. А. Профессиональные союзы промышленных предприятий Центрального Черноземья: ДЕЯТЕЛЬНОСТЬ В СОВЕТСКОЙ СИСТЕМЕ ТРУДОВЫХ ОТНОШЕНИЙ В 1920-Е ГОДЫ (по материалам Курской и Воронежской губерний) : монография. — Белгород: ГИК, 2012. — 344 с. — ISBN 978-5-902583-70-7.
Һылтанмалар
• Сайт Конфедерации Труда России
• Сайт «Американские профсоюзы САГ-АФТРА»
• Сайт «Профсоюзы России в Интернете»
• Сайт Соцпрофа
• Центральная профсоюзная газета «Солидарность»
• История профсоюзов СССР
• В. П. Большаков. О том, чего не было. Атомы истории профессионального движения от царя Гороха до попа Гапона. История профсоюзов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2012. Архивировано 18 февраль 2012 года.
• Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы.