Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы

Фая Сәхип ҡыҙы Гәрәева (рус. Фая Сахиповна Гареева; 1931 йылдың 31 авгусы, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы — 2010 йылдың 10 сентябре, Өфө) — совет бейеүсеһе. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы

1931 йылдың 31 авгусында Башҡортостан АССР-ы Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауылында тыуған.

1951—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була.

1971—1975 йылдарҙа — Өфө Пионерҙар һарайының бейеүселәр коллективы, 1975—1981 йылдарҙа «Шатлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе була.

1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе булып эшләй.

«Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Кейәү егет» («Жених»), «Йәш йөрәктәр», «Мөғлифә», «Һыу буйында осрашыу», «Шаян ҡыҙҙар», «Яҙғы ташҡын» һәм башҡа бейеүҙәрҙе яңғыҙ башҡара. «Ҡыр ҡаҙҙары», «Сәскә атҡан яҡ» бейеүҙәрен ҡуя. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында, 1968 йылда Ульяновскиҙа һәм 1969 йылда Ленинградта Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша.

2001 йылдың 10 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Хисбулла (Хизбулла) Зөбәйҙуллин (1929 — 2001), башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969);
  • Улы — Айҙар (1963), совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, балетмейстеры, мәҙәниәт хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
  • Ейәне — Арыҫлан (1989), балет артисы, башҡарыу сәнғәте продюсеры, 2021 йылдан Өфө йәш тамашасы театры директоры[1].

Хәтер

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Руководство. tuzufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
  2. ↑ Романов Владимир. Видные деятели культуры Башкортостана: Фая Гареева (К 85-летию со дня рождения выдающейся танцовщицы). ИА «Башинформ» (31 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2019.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар