Докучаева Алла Анатольевна
Алла Анатольевна Докучаева (1935 йылдың 7 ғинуары, Горький — 2026 йылдың 9 апреле, Өфө) — яҙыусы, журналист. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Башҡортостан Министрҙар Кабинеты премияһы лауреаты (1997). С. Злобин исемендәге премия лауреаты (2010).
Биографияһы
Докучаева Алла Анатольевна 1935 йылдың 7 ғинуарында Горький ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Тыуған ҡалаһында урта мәктәпте, 1957 йылда Горький университетының филология факультетын тамамлай. Университетты тамамлағас, Горький ҡалаһындағы гәзит һәм журналдарҙа эшләй, 1970 йылдан — Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире, 1982 йылдан — яуаплы секретары, 1993—2001 йылдарҙа — баш мөхәррир урынбаҫары.
Детектив жанрында проза әҫәре, балалар өсөн шиғырҙар, әҙәбиәт һәм сәнғәт темаһына мәҡәләләр яҙа.
Әҫәрҙәре
Докучаев Алла Анатольевна — 20-нән ашыу документаль һәм нәфис китап авторы, танылған детектив оҫтаһы.
Китаптары: «Уроки на всю жизнь» (1986 йыл), «И лишь однажды осветило…» (1990), «Реликт сауҡалыҡтағы үлтереш» («Убийство в реликтовой роще», 1991), «Иҫке йорт серҙәре» («Тайны старого дома», 1993), « „Маскарад“ ағыуы» («Яд „Маскарада“», 2005), фәнни-фантастик роман «Алла хөкөмө» («Суд Божий», 2005).
Очерктар китаптары: «Балалар беҙгә оҡшаған» («Дети похожи на нас», 1991), «Лица. Знакомые и не очень» (2000).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Выдающийся писатель и журналист: в Уфе не стало Аллы Докучаевой (рус.). ufa.kp.ru - Сайт «Комсомольской правды» (10 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Алик Шакиров. В Уфе ушла из жизни журналист и писатель Алла Докучаева. ИА «Башинформ» (10 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Докучаева Алла Анатольевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://i-gazeta.com/news/column/31337.html 2016 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- http://pusk.by/bbe/21885 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- http://www.bp01.ru/public.php?public=542 2014 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/508404/
- http://www.bashinform.ru/news/689318/