Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы
Айҙар Хизбулла улы Зөбәйҙуллин (рус. Зубайдуллин, Айдар Хизбуллович; 1963 йылдың 9 феврале, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй бейеүсеһе, балетмейстеры, мәҙәниәт хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015—2022 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Биография
1963 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.
1984 йылда Мәскәү сәнғәт институтын (педагогы И. В. Смирнов), 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәт академияһын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.
1985 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист, 1995 йылдан — баш балетмейстер, 1996—2000 йылдарҙа — художество етәксеһе була. Көнсығыш иҡтисад университетында тәүге хореография кафедраһын ойоштора, уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
2003—2004 йылдарҙа Айҙар Хизбулла улы — Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, 2005—2013 йылдарҙа — ансамбль балетмейстеры булып эшләй. [1].
2015 йылдың 24 марты[2] — 2022 йылдың 9 сентябре — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры[3].
Ижады
Балетмейстер-ҡуйыусы булараҡ Башҡорт опера һәм балет театрында «Салауат Юлаев», «Ай тотолған төндә», «Нәркәс», «Богема» операларында бейеүҙәр өҫтөндә эшләй. 2012 йылда Рәсәй халыҡтарының «Евразия Йөрәге» бөтә рәсәй заманса сәнғәт фестивален ойоштороусы һәм идеялар илһамландырыусыһы була, шулай уҡ Дәүләт Кремль һарайында «Башҡортостанда тыуғандар» күләмле концертын үткәрә. 2014 йылда Өфөлә «Сочи-2014» Олимпия Һәм Паралимпия уты Эстафетаһы тантаналарын ҡуйыусы режиссер булып сығыш яһай[4].
Башҡарған бейеүҙәре
«Гөлнәзирә», «Зарифа», «Еҙ үксә» («Медный каблук»), «Бесәнселәр» («Косари»), «Ҡороҡсолар» («Укротители»), «Төньяҡ амурҙары» («Северные амуры») һ.б.
Һалған бейеүҙәре
- «Башҡортостан йәшлеге»
- «Күңелсәк»
- «Берлиндан ҡайтҡан саҡта».
- «Ай тотолған төндә», "Богема (Дж. Пуччини), «Салауат Юлаев», «Нәркәс» (Х. Ф. Әхмәтов) операларына бейеү һала
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997);
- Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Ғаиләһе
- Әсәһе — Фая Гәрәева (1931—2010), совет бейеүсеһе, хореограф. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977).
- Атаһы — Хизбулла (1929—2001) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969)[5].
- Улы — Арыҫлан (1989), балет артисы, башҡарыу сәнғәте продюсеры, 2021 йылдан Өфө йәш тамашасы театры директоры[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Главная — Республиканский центр народного творчества РБ 2014 йылдың 10 март көнөндә архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
- ↑ В Башкирской государственной филармонии сменилось руководство. ИА «Башинформ», 9 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
- ↑ elena. К 55-летию народного артиста Республики Башкортостан Айдара Зубайдуллина - Культурный мир Башкортостана (билдәһеҙ). kulturarb.ru (9 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026.
- ↑ Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Руководство. tuzufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.
Һылтанмалар
- Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2021)
- Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы. Рәсми сайт 2017 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2018)
- http://www.promegalit.ru/publics.php?id=857
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=2192 2017 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.