26 апрель
26 апрель — рәсми календарь буйынса йылдың 116-сы (кәбисә йылында 117-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 249 көн ҡала.
| ← апрель → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | |||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Интеллектуаль милек көнө.
- Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рихтер шкалаһы көнө.
- Картуф бешереү көнө.
АҠШ: Диссертация көнө.
- Балалар һәм йорт хайуандары көнө.
Рәсәй Федерацияһы,
Украина: Радиация авариялары һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
Танзания: Берләшеү көнө.
- Мари Республикаһы: Милли батырҙар көнө.
- Татарстан Республикаһы: Туған тел көнө.
Ер: Профессиональ административ хеҙмәткәрҙәр көнө (апрелдең һуңғы тулы аҙнаһының шаршамбыһы).
- Осоусы (пилот) көнө.
АҠШ: Мәктәп автобусы водителдәре көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Нотариустар (нотариат) көнө.
- Смета төҙөүселәр көнө.
- Снайперҙар көнө.
Әрмәнстан: Ил сиге һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1960 йыл: Өфөлә дәүләт циркы эшләй башлай.
- 1960 йыл: Өфө тимер юл транспорты техникумы асыла.
тулы исемлек
- 1987 йыл: Бөтөрөлгән «Зенит», «Буревестник», «Труд», «Урожай» һәм «Спартак» ирекле спорт йәмғиәттәренең Башҡортостан республика советтары базаһында Профсоюздарҙың бөтә союз ирекле физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы ойошторола.
Был көндә тыуғандар
- Шихов Владимир Васильевич (1920—18.03.2004), иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумының ғилми секретары; 1959 йылдан филиалдың Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, 1970 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — төп, 1988—1991 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1961). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). 1-се (1985) һәм 2-се (1951) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Губаха ҡалаһынан.
- Мусин Хәбир Хәләф улы (1950—22.01.2024), агроном, ауыл хужалығы, комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1992—2008 йылдарҙа Миәкә район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999) һәм 2-се (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2018).
тулы исемлек
- Ямалетдинов Кашшаф Сәйфит улы (1960), инженер-зоотехник-ғалим, ауыл хужалығы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2005 йылдан «Танып» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш (2023 йылдан) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Биология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015). Салауат Юлаев (2021) һәм Григорий Аксаков (2022) ордендары кавалеры.
- Ғабдулла Туҡай (1886—15.04.1913), шағир, татар әҙәбиәте классигы. Яңы татар әҙәбиәтенә, хәҙерге татар теленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Азаматов Фәтих Хәсән улы (1926—6.07.2014), журналист, партия органдары хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1958—1967 йылдарҙа Күгәрсен һәм Хәйбулла район гәзиттәре мөхәррире, артабан КПСС-тың Өфө район комитеты инструкторы. Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2001) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2000) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Липаев Николай Филиппович (1926—1.11.1994), совет органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1963 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, 1971 йылдан — Ишембай станоктар эшләү заводы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1992), Башҡорт АССР-ы торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1984). Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры.
- Мозговой Валерий Александрович (1946), мәғариф ветераны. 1987—2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы.
- Шәрифйәнов Билус Ғәлимйән улы (1961), ғалим-зоотехник. 1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре; 1993—2004 йылдарҙа һәм 2009 йылдан өлкән, 2005 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2007—2008 йылдарҙа ауыл хужалығы малдарын ашатыу һәм мал аҙыҡтары технологияһы лабораторияһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Татыш ауылынан.
- Теләпова Зөһрә Әхмәтзыя ҡыҙы (1952), педагог, музыкант. Өфө ҡалаһындағы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең бүлек мөдире, баян буйынса уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Буганин Александр Андреевич (1957), рәссам, график. 1989 йылдан Өфөләге «Сәнғәт», 1998 йылдан — Мәскәүҙәге А. В. Булянская галереяһы хеҙмәткәре. 1993 йылдан Рәсәй Рәсамдар союзы ағзаһы. Йөҙҙән артыҡ төрлө кимәл ижади күргәҙмәлә ҡатнашыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Самойлин Павел Анатольевич (1972), журналист, радио-телевидение, дәүләт органдары һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, взвод командиры, өлкән лейтенант. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2022). Батырлыҡ ордены кавалеры (2024). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шабалов Анатолий Егорович (1953), инженер. 1999—2013 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте капиталь төҙөлөш ижаралығының баш инженеры, идаралыҡ начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районы Федоровка ауылынан.
- Хәсәншин Ринат Әхиәр улы (1958), Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник-инженер. Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Батырлыҡ ордены кавалеры (2002). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сулькова Вера Васильевна (1968), техник. 1986 йылдан хәҙерге Мәләүез минераль ашламалар берекмәһе лаборанты, 2001 йылдан — дистанцион идара итеү пульты операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2020).
- Изотов Алексей Николаевич (1973), банк өлкәһе, сәнәғәт тармағы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, сәйәсмән. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының башҡарма, 2007 йылдан — генераль директоры; 2010—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы. Рәсәйҙең етенсе саҡырылыш (2016—2021) Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы һәм Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Золотарёв Анатолий Михайлович (1939), инженер. 1969—2012 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының инженер-конструкторы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, әйҙәүсе конструкторы, баш конструктор урынбаҫары һәм баш конструктор. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1992), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков өлкәһе Лозов районы Панютино ауылынан.
- Кривошей Ирина Михайловна (1954), педагог. 1979 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2016), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм мәғариф отличнигы (2018). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Мөхәмәтов Ғаяз Сәхийәр улы (1954), төҙөүсе. 1978—2009 йылдарҙа Учалы районының «Кровля» предприятиеһы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Ҡолһарин Фәтих Фәрит улы (1974), театр артисы. 1995 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылынан.
- Даниил Квят (1994), Рәсәй автоуҙышсыһы. 2014—2017 һәм 2019—2020 йылдарҙа «Формула-1» уҙыштарында сығыш яһаусы. GP3 автоуҙыш серияһы еңеүсеһе (2013). Сығышы менән Өфөнән.
- 121 йыл: Марк Аврелий, Рим императоры, философ.
- 1575 йыл: Мария Медичи, 1600—1610 йылдарҙа Франция королеваһы.
тулы исемлек
- 1710 йыл: Томас Рид, Шотландия философы.
- 1785 йыл: Джон Джеймс Одюбон, АҠШ рәссамы.
- 1830 йыл: Пётр Капнист, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург һәм шағир.
- 1840 йыл: Пётр Алексеев, Рәсәй империяһы ғалимы, химик-органик.
- 1885 йыл: Пётр Новицкий, оператор-кинодокументалист, СССР-ҙың документаль киноһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1890 йыл: Николай Зеров, СССР шағиры, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм тәржемәсе, профессор.
- 1890 йыл: Сергей Конобеевский, физик-ғалим, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
- 1900 йыл: Чарльз Фрэнсис Рихтер, АҠШ физигы, сейсмолог, ер тетрәүҙәр көсөн баһалаған шкаланы төҙөүсе.
- 1905 йыл: Жан Виго, Франция кинорежиссёры.
- 1910 йыл: Томоюки Танака, Япония продюсеры, кинорежиссёр, Годзилла тураһындағы сериал авторы.
- 1925 йыл: Юрген Ингманн, Дания музыканты, гитарист, ҡатыны Грета менән дуэтта 1963 йылғы «Евровидение» конкурсында еңеүсе.
- 1940 йыл: Джорджо Мородер, Италия композиторы, продюсер.
- 1963 йыл: Джет Ли, Ҡытай актёры, ушу оҫтаһы.
- 1970 йыл: Мелания Трамп, АҠШ-тың 45-се президенты Дональд Трамптың ҡатыны.
- 1978 йыл: Стана Катич, Канаданың серб-хорват сығышлы актёры.
Был көндә вафат булғандар
Йыл көндәре
