Квят Даниил Вячеславович
Квят Даниил Вячеславович (26 апрель 1994 йыл) — Рәсәй автоуҙышсыһы. 2014-2017 йылдарҙа «Формула-1» уҙыштарында сығыш яһаусы. GP3 автоуҙыш серияһы еңеүсеһе (2013).
Биографияһы
Даниил Вячеславович Квят 1994 йылдың 26 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Вячеслав Квят (1958 йылғы) — бизнесмен, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың элекке депутаты[4][5][6], Рәсәй тормош партияһы республика филиалының элекке етәксеһе;[7] әсәһе — Зөлфиә (1972 йылда тыуған)[8].
Шәхси тормошо
2016 йыл аҙағында Квяттың «Формулы-1»ҙең өс тапҡыр чемпионы Нельсон Пикеның ҡыҙы Келли Пике (7.12.1988; әсәһе — Нельсон Пикеның икенсе ҡатыны, голланд моделе Сильвия Тамсма) менән осраша башлауы беленә[9].
2019 йылдың 28 июлендә Пике менән Даниилдың Пенелопа исемле ҡыҙ тыуа[10]. 2020 йылдың апрелендә Пике Квяттан айырылыуы тураһында иғлан итә[11].
Спорт карьераһы
Тәүге аҙымдары
Квяттың бала сағы Өфөлә үтә; мәктәптә уҡыған сағында теннис менән шөғөлләнә, мәктәп ярыштарында еңеүсе була. Мәскәүгә күсеп барғас, картинг үҙәгенә эләгә һәм картала трасса буйлап үтеп ҡарарға теләй, был шөғөл уға бик оҡшап ҡала. Шул мәлдән ул автоспорт менән мауыға, йыш ҡына автодромда шөғөлләнә. Күп тә үтмәй Квятты тренерҙарға беркетәләр, һәм ул етди ярыштарҙа ҡатнаша башлай. 2005 йылда картинг буйынса (класс Мини) Сочи ҡалаһының Раштыуа Кубогы ярыштарында еңә. Шул уҡ йылда Рәсәйҙең картинг буйынса чемпионатында (класс Ракет) сығыш яһай, унда 12-се урынды биләй. 2006 йылда Мәскәү чемпионатында (Ракет) 13-сө була. Артабан MiniKart итальян чемпионаттарында ҡатнаша башлай, һөҙөмтөлә Римға күсеп китә[8][12].
Эре концерндарҙың йәш пилоттарға ярҙам итеү буйынса төрлө программалары талантлы үҫмер уҫышсыны тиҙ арала күреп ҡала, һәм 2009 йылдан уның карьераһының үҫешенә «Лукойл» нефть концерны ярҙам итә башлай, ә 2010 йылда Квят «Red Bull Junior Team» проекты менән контрактҡа ҡул ҡуя.[13] Атап үтелгән компаниялар менән хеҙмәттәшлек Квят командаһына бер нисә йылға алдан карьераһының финансланыуын тәьмин итеү мөмкинлеген бирә һәм шул уҡ 2010 йылда, картинг уҙыштарында бер нисә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәндән һуң, ул асыҡ тәгәрмәсле машиналарҙа уҙышыуҙа үҙен һынап ҡарарға ҡарар итә. Дебют миҙгеле өсөн бер юлы бер нисә кесе үҫмерҙәр серияһы һайлана — Квят Формула-БМВ һәм ике литрлы класлы Формула-Рено техникаһында Европала һәм Азияла утыҙҙан ашыу стартта уҙыша, бында ла билдәле бер уңыштарға өлгәшә.
Бер йылдан һуң Квят испан уҙышсыһы Сайнс менән Төньяҡ Европа кубогы һәм дөйөм Европа чемпионатында осраша, унда улар титул өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып бара, ләкин ике ярышта ла испан уҙышсыһы еңә. Кесе беренселектә Квят егерме старттың етеһендә еңеү яулай һәм һөҙөмтәлә икенсе урынға сыға, ә өлкәндәр беренселегендә ике ярышта ғына (бөтәһе ун дүрт ярыш була) уға уңыш йылмая һәм өсөнсө урын яулай — уны ла, Сайнсты ла Йозеф Кауфмандың тәрбиәселәренән Робин Фряйнс уҙып китә.
«Формула-1»
Квят тәүге Гран-приҙарынан уҡ ҡаршы уҙышсы менән ярышырлыҡ һөҙөмтәләр күрһәтә, уға уҙыштарҙа аварияларҙан тайшаныу һәм машинаға һаҡсыл ҡараш хас, шуға ла тәүге дүрт стартта финишҡа барып етеүгә өлгәшә.
2016 йыл миҙгеленең бишенсе этабынан — «Торо Россо» командаһы составында, ул "Ред Булл"данкүсерелә[14]. 2018 йылдан «Scuderia Ferrari» коллективы өсөн сығыш яһай башлай.
2020 йылдың миҙгеле аҙағында Квят 2021 йылғы миҙгелдә ҡатнашмауы билдәле булды, сөнки «Альфа Таури»[15] и Ред Булл[16] һәм «Ред Бул» урындарында башҡа водителдәр була. Квят үҙе бик яҡшы сығыш яһай алмай, 32 мәрәй йыйып, шәхси турнир таблицаһында 14-се урынҡа ҡала.
Шулай уҡ Квяттың 2021 йылғы миҙгелгә запас водитель булараҡ «Альпийский F1» командаһына күсәсәге билдәле булды.
FIA WEC
2023 йылдың февралендә Квяттың 2023 йылғы FIA WEC-та Prema Racing менән ярышасағы тураһында иғлан ителде.[17].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гонщики, которые выступали под флагами разных стран - Поворот не туда - Блоги - Sports.ru
- ↑ 1 2 Driver Database (ингл.)
- ↑ Daniil Kvyat // As (исп.) — Madrid: Grupo PRISA, 1967.
- ↑ Профиль Вячеслава Квята на сайте ГСКРБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Соболев, Илья. Квят выводит "Формулу". Российская газета (31 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Крупным политиком в Башкирии станет авторитетный предприниматель. mkset.ru (23 ноябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. Архивировано из оригинала 27 апрель 2014 года. 2014 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Владимирова, Александра. Квят: металлист и сын депутата Курултая. Спорт-Экспресс (27 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 Даниил Квят: статистика в Формуле 1, подробная биография. f1report.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Красота дня: бразильская девушка Даниила Квята 2017 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Дочь Квята назвали Пенелопой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. Архивировано 31 июль 2019 года.
- ↑ «Мы с Даниилом лучшие друзья». Келли Пике – о расставании с Квятом. Autosport.com.ru (16 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. Архивировано 18 апрель 2020 года.
- ↑ Даниил Квят: биография, карьера, статистика выступлений. auto.vercity.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Кабановский, Александр. Даниил Квят – гонщик молодёжной программы Red Bull. f1news.ru (4 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2011. Архивировано 12 август 2012 года.
- ↑ В Red Bull подтвердили смену состава. www.f1news.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
- ↑ Юки Цунода – основной пилот AlphaTauri. www.f1news.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. Архивировано 19 декабрь 2020 года.
- ↑ В Red Bull Racing подтвердили контракт с Серхио Пересом. www.f1news.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025. Архивировано 18 декабрь 2020 года.
- ↑ Даниил Квят проведёт сезон в гонках на выносливость. www.f1news.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Профиль на statsf1.com (инг.) (фр.) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2025)
- Профиль на database.motorsportmagazine.com (инг.) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2025)