Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы
Биографияһы
Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин 1928 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны[1] Темәс ауылында тыуған. 1945 йылда Темәс педагогия училищеһын, 1954 йылда Уман летчиктар әҙерләү училищеһын, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1961—1996 йылдар — Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡыта. Ҡурай түңәрәктәре алып бара.
Уҡыусылары: Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Роберт Юлдашев һ.б.
2003 йылдың 19 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Ғаиләһе
- Ҡатыны — башҡорт тел белгесе, антропонимист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999)[2]
Әҙәбиәт
- Ю. И.Ғайнетдинов, Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. «Әҙеһәм ҡурайы» китабы (2003)
Хәтер
- Режиссёр Булат Йосопов Әҙеһәм Исҡужинға арналған «Связь времен» тигән документаль фильм төшөргән[3].
- Баймаҡ ҡалаһындағы һәм Баймаҡ районының Темәс ауылындағы урамдар Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
- Республика кимәлендә Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе уҙғарыла.
- Өфө ҡалаһының 9-сы балалар музыка мәктәбенә Әҙеһәм Исҡужин исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
- ↑ Әхмәр Ғүмәр-Үтәбәй. Ҡурайсылар ҡартатаһы — Әҙһәм Динислам улы Исҡужин. «Киске Өфө» гәзите, 2018 йыл, 6 февраль (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)
- ↑ В Уфе презентуют фильм о выдающемся кураисте Адигаме Искужине. ИА «Башинформ», 23 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
Һылтанмалар
- Исҡужин Әҙеһәм Динислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)