Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы
Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы | |
---|---|
Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 30 ғинуар 1927 |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Асҡар ауылы |
Вафат көнө | 1999 |
Вафат урыны | Өфө |
Ғилми даирәһе | лингвистика |
Эшләгән урыны | СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты |
Альма-матер | К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты |
Ғилми дәрәжәһе | филология фәндәре кандидаты[d] |
Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (30 ғинуар 1927 йыл — 1999 йыл) — башҡорт тел белгесе, антропонимист. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таңһылыу Хажим ҡыҙы Кусимова[1] 1927 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны[2] Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа.
Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтын тамамлай. Йылайыр районында уҡыта.
Өфөгә килеп, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
Уны уңышлы тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Кейәүгә сығыуға бәйле уға бер аҙ ваҡыт Башҡортостандан ситтә йәшәргә тура килә. 60-сы йылдар башында Өфөгә ҡайтып, 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй.
Башҡорт тел ғилеменә ҡарата булған һөйөү Т. Х. Кусимованы яңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына алып килә, һәм ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем шунда эшләй.
1999 йылда Өфөлә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таңһылыу Хажим ҡыҙы Кусимова башҡорт тел белгестәренән беренсе булып башҡорт антропонимдарын ныҡлап өйрәнә һәм «Из истории личных имен башкир» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим башҡа телселәр менән бер рәттән күп йылдар дауамында һүҙлектәр төҙөү өҫтөндә әүҙем эшләй. 2 томлыҡ «Башҡорт теленең һүҙлеге»н (1993), русса-башҡортса, башҡортса-русса һәм башҡа һүҙлектәрҙе төҙөүҙә ҡатнаша.
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томда. М., «Русский язык», 1993 (авторҙаш);
- Башҡорт исемдәре. Өфө, 1976;
- Башҡорт исемдәре. Өфө, 1982;
- Исемдәр донъяһында. Өфө, 1992;
- Башҡорт исемдәре. Өфө, 2000 (авторҙаш);
- Башҡорт исемдәре. Өфө, 2006 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ире — уҡытыусы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Исҡужин[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Үҙе фамилияһын «Кусимова» формаһында йөрөткән, был яҙылыш уның 1976 йылда сыҡҡан «Башҡорт исемдәре» китабы авторы итеп бирелгән, был белешмәнең артабанғы йылдарҙа, шул иҫәптән, ғалим вафатынан һуң (2000 йылда) донъя күргән баҫмаларында ошо яҙылыш һаҡланған
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
- ↑ Әхмәр Ғүмәр-Үтәбәй. Ҡурайсылар ҡартатаһы – Әҙһәм Динислам улы Исҡужин. «Киске Өфө» гәзите, 2018 йыл, 6 февраль (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Ҡурайсылар ҡартатаһы – Әҙһәм Динислам улы Исҡужин. // Киске Өфө. 6 февраль, 2018.
- Рәсимә Ураҡсина. Зиһендәрҙе таңдай нурланы. // Башҡортостан. 31 ғинуар, 2014.
- 30 ғинуарҙа тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Әбйәлил районында тыуғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Филология фәндәре кандидаттары
- Башҡорт теле белгестәре