Мусин Хәбир Хәләф улы
Мусин Хәбир Хәләф улы (рус. Мусин Хабир Халяфович; 26 апрель 1950 йыл, Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы — 22 ғинуар 2024 йыл, Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) — агроном, ауыл хужалығы, комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1992—2008 йылдарҙа Миәкә район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2018).
Биографияһы
Хәбир Хәләф улы Мусин 1950 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған. Милләте — башҡорт, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1973 йылда институтты тамамлағас, Миәкә районы «Ленин юлы» колхозында баш агроном булып башлай. 1976 йылда ВСКСМ-дың Миәкә районы комитеты секретары итеп һайлана. 1980—1982 йылдарҙа Свердловск юғары партия мәктәбендә уҡый. КПСС-тың Миәкә район комитетында ауыл хужалығы бүлеген етәкләй. 1984—1985 йылдарҙа район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, артабан ауыл хужалығы идаралығы начальнигы — район советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары була. 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Миәкә райомында беренсе секретарь. 1991 йылдан халыҡ депутаттарының районы советы рәйесе — Миәкә районы хакимиәте башлығы.[2]
Миәкә районындағы 242-се Биҡҡол һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.[3]
Ветеран 2024 йылдың 22 ғинуарында вафат булды[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ В Башкирии ушел из жизни бывший глава Миякинского района Хабир Мусин. ИА «Башинформ», 23 января 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2024)
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- Мусин Хабир Халяфович — биография. Випперсон