Ямалетдинов Кашшаф Сәйфит улы

Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов (рус. Ямалетдинов, Кашшаф Сайфитович;1960 йылдың 26 апреле, Себәкүл, Силәбе өлкәһе) — «Танып» шифаханаһы директоры, биология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған (2015). Салауат Юлаев (2021), Григорий Аксаков ордендары (2022) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].

Биографияһы

Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов 1960 йылдың 26 апрелендә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Себәкүл ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе булып тыуа[3]. 8-се синыфтан һуң Силәбе ҡалаһындағы 100-сө ҡала һөнәрселек училищеһына (хәҙер — Көньяҡ Урал күп профилле колледж) уҡырға инә[3]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда 2-се Промстрой төҙөлөш участкаһында электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып башлай. 1979—1981 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, 1985 йылға тиклем Ҡоншаҡ мал һимертеү совхозында водитель булып эшләй. Һыңанан 1999 йылға тиклем — «Россия» дәүләт тоҡомсолоҡ заводындың Ҡасаргино комплексында начальник була. 1999—2001 йылдарҙа «Тахталым» совхозының башҡарма директоры.

Хеҙмәт менән бер рәттән юғары белем дә ала — 2000 йылда Иркутск дәүләт ауыл хужалығы академияһын тамамлап, инженер-зоотехник булып сыға.

2005 йылда «Танып» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнә. Эш дәүерендә икенсе юғары белем ала — Рәсәй халыҡ-ара туризм академияһын шифахана эше буйынса менеджмент һөнәре буйынса тамамлай. Биология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

4 саҡырылыш Асҡын районы советы депутаты итеп һайлана[3]. «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша[4]. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Парламентта Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет, Мандат комиссияһы ағзаһы[5].

Ғаиләһе

Өс ҡыҙ атаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы (2010)
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2015)
• Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаларының почёт билдәһе (2015)
• РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәхмәте (2019)
• Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Почёт грамотаһы (2020)
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2021)
Салауат Юлаев ордены (2021)<br • Григорий Аксаков ордены (2022)[1][2]
• Бөтә Рәсәй Шифаханалар форумында 2011, 2015, 2019, 2021, 2022, 2023 йылдарҙа «Шифахананың иң яҡшы етәксеһе» номинацияһында алтын миҙал эйәһе[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Депутаты. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  2. 1 2 3 4 Ямалетдинов Кашшаф Сайфитович. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  3. 1 2 3 Оптимизм, мудрость, трудолюбие Кашшаф Ямалетдинов впитывал в себя от дедов
  4. Ямалетдинов Кашшаф Сайфитович
  5. Лепутаты. Ямалетдинов Кашшаф Сайфитович