7 июнь
7 июнь — рәсми календарь буйынса йылдың 158-се (кәбисә йылында 159-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 207 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Бөтә донъя аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге көнө.
Милли
АҠШ: Видеомагнитофон көнө.
Испания: Республика көнө.
Норвегия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Перу: Флаг көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Алтай Республикаһының Конституция көнө.
- Краудфандинг көнө.
Хорватия: Дипломатия көнө.
Аргентина: Журналистар көнө.
Ҡырғыҙстан: Финанс һәм иҡтисад хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1340 йыл: Голландияның Роттердам ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1498 йыл: Христофор Колумб үҙенең өсөнсө сәйәхәтенә юллана.
тулы исемлек
- 1847 йыл: Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Амангилде ауылы нигеҙләнә.
- 1903 йыл: Берлинда француз ғалимы Пьер Кюри яңы химик элемент — полонийҙы асыуы тураһында иғлан итә.
- 1919 йыл: Нью-Йоркта тәүге тапҡыр водитель таныҡлығын алыу өсөн яҙма һынауҙар үткәрелә.
- 1965 йыл: «Sony» корпорацияһы 995 долларға йорт шарттарында ҡулланыу өсөн беренсе видеомагнитофондар тәҡдим итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Усманова Людмила Фуат ҡыҙы (1950), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1971 йылдан Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 1974 йылдан — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты, 1996 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы; 2001 йылдан — Өфөләге Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм хоҡуҡ институты ректоры, 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты (филиалы), 2007 йылдан — Төмән дәүләт университеты һәм Төмән архитектура-төҙөлөш университеты, бер үк ваҡытта 2008—2009 йылдарҙа — Сыктывкар университеты уҡытыусыһы, гражданлыҡ хоҡуғы һәм процессы кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе Етеғара ҡалаһынан.
- Ҡадиров Рәфис Фәйез улы (1955), табип, банк хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1993 йылдан «Восток» халыҡ-ара коммерция банкы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Татаринов Андрей Михайлович (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-ғалим. 1970 йылдан Күмертау ҡала үҙәк дауаханаһының травматолог-ортопеды. Медицина фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001).
- Бабенко Римма Васильевна (1971), Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «БИС» халыҡ вокал студияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзулин Йәһүҙә Хөснөтдин улы (1927—12.07.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Баҡалы районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке водителе, бригадиры. Халыҡтар Дуҫлығы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡуштирәк ауылынан.
- Байбулатов Рамазан Хәлил улы (1937—8.03.1998), механизатор. 1954—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, фуражсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Бикйән ауылынан.
тулы исемлек
- Ханбиков Ҡәҙим Искәндәр улы (1952), эшсе. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке слесары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Шепетильникова Татьяна Владимировна (1957), тренер, педагог. Олимпия резервының Өфөләге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса элекке тренер-уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы менән бүләкләнеүсе (2015). Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Бийск ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байғужина Ирина Мөхтәр ҡыҙы (1963), педагог. 1991 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы «Йәйғор» балалар баҡсаһының тәрбиәсе-методисы, 1995 йылдан — мөдире, 2003 йылдан — тәрбиәсеһе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм биреү хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәмитов Феликс Флүр улы (1963), табип-ғалим. 1987 йылдан Мәскәүҙең В. В. Вересаев исемендәге ҡала клиник дауаханаһы хирургы, ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2007). Мәскәү мэрының медицина өлкәһендәге премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (1899—14.09.1984), офтальмолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1982 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962). РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы (1939), инженер-ғалим, ауыл хужалығы, партия, дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Ауырғазы (2004) һәм Бүздәк (2009) райондарының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Агапчев Владимир Иванович (1944—14.09.2007), инженер-механик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—1994 йылдарҙа инженер-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Союз химия йәмғиәте премияһы лауреаты (1985, 1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Корпачёв Андрей Геннадьевич (1959), спортсы, судья. Радиоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). Рәсәйҙең почётлы радисы (1998). Шәхси зачётта донъя (1979—1986, 1988), СССР (1979), БДБ (ике тапҡыр, 1992) һәм Рәсәй (2005) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Овчинников Владимир Викторович (1959), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Мастерҙар араһында Европа чемпионатының шәхси зачётта бронза призёры һәм команда зачётында көмөш призёры (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1794 йыл: Петр Чаадаев, рус дини философы, яҙыусы, йәмәғәтсе һәм публицист.
- 1845 йыл: Леопольд Ауэр, Рәсәй империяһы һәм Германия музыканты, скрипкасы, дирижёр, композитор һәм педагог.
тулы исемлек
- 1887 йыл: Сидор Артемьевич Ковпак, СССР-ҙың хәрби начальнигы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1890 йыл: Луи Шадурн, Франция шағиры, яҙыусы-романист.
- 1897 йыл: Кирилл Мерецков, хәрби хеҙмәткәр, Советтар Союзы Маршалы, Советтар Союзы Геройы.
- 1905 йыл: Джеймс Брэддок, АҠШ боксёры, донъя чемпионы.
- 1920 йыл: Жорж Марше, сәйәсмән, 1972—1994 йылдарҙа Франция Коммунистар партияһының генераль секретары.
- 1938 йыл: Татьяна Лаврова, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1952 йыл: Орхан Памуҡ, Төркиә яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2006).
- 1960 йыл: Хирохико Араки, Японияның комикстар төшөрөүсеһе (мангака).
- 1960 йыл: Татьяна Друбич, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1970 йыл: Кафу, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1994, 2002).
- 1970 йыл: Майк Модано, АҠШ хоккейсыһы, 2002 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призёры.
- 1972 йыл: Сергей Чумаков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1975 йыл: Аллен Изэйн Айверсон, АҠШ баскетболсыһы.
- 1848 йыл: Виссарион Белинский, рус әҙәби тәнҡитсеһе, публицист, философ һәм демократ.
- 1968 йыл: Федор Токарев, СССР-ҙың атыу ҡоралы конструкторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
тулы исемлек