Мерецков Кирилл Афанасьевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, офицер
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] и КПСС-тың XXI съезы[d]
Тыуған урыны
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 30 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (71 йәш)
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Ҡултамға
Патроним или матроним для человека Афанасьевич[d]
Тыуған көнө 7 июнь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2] или 26 май 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Хәрби звание Советтар Союзы маршалы
Ерләнгән урыны
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1916 — наст. время
Место содержания под стражей Лефортово төрмәһе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсем
Һуғыш/алыш
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Мерецков Кирилл Афанасьевич (26 май (7 июнь) 1897 йыл, Назарьево, Рязань губернаһы — 30 декабрь 1968 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1944), Советтар Союзы Геройы (1940). «Еңеү» ордены кавалеры (1945). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат (19391956). КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (19561961).

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крәҫтиәндәр Анна Ивановна (ҡыҙ фамилияһы — Добрякова) менән Афанасий Павлович Мерецковтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуа. Урыҫ[3]. Ете йәшенән атаһына ер һөрөргә һәм тырматырға ярҙам итә, ә 9 йәшенән барлыҡ ҡыр эштәрендә ҡатнаша. 4 класлы башланғыс земство мәктәбен тамамлай. 12 йәшендә Мәскәүгә үҙ аллы эшләү өсөн ебәрелә. Мәскәү заводтарында слесарь булып эшләй. Беренсе эш урынында уҡйәшерен революцион эшмәкәрлек алып барған эшселәр менән таныша.

Миусс майҙанында «Император Александр II батшалығына 25 йыл тулыу иҫтәлегенә асылған сәнәғәт училищеһы» ҡарамағындағы оҫтаханаларҙа эшләгәндә «Өлкән эшселәр өсөн Миусс киске һәм йәкшәмбе кластарына» йөрөй. Шул уҡ ваҡытта ағаһы тетарҙа гардеробсы булып эшләй һәм һирәк булһа ла уны үҙе менән спектаклдәргә ала, Мерецков шулай тетарға өйрәнеп китә[4].

1915 йылда эшселәр сходкаһында ҡатнаша. Турубинерҙың хәрби заказдар үтәлгән граммофон фабрикаһына эшкә күсеп, 18 йәшлек Кирилл Беренсе донъя һуғышы ваҡытында армиянан азат ителә.

  1. 1 2 Мерецков Кирилл Афанасьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Kirill Meretskov // Store norske leksikon (норв.) — 1978. — ISSN 2464-1480
  3. Биография К. А. Мерецкова на сайте «Герои страны»
  4. Мерецков К. А. На службе народу. Страницы воспоминаний. — М.: Политиздат, 1968. — С. 12. — 464 с.