Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы

Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы (рус. Ягафаров Магасум Мутагарович, 7 июнь 1939 йыл) — инженер-ғалим, ауыл хужалығы, партия дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты. Милләте - башҡорт [1]. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Ауырғазы (2004) һәм Бүздәк райондарының почётлы гражданы.

Биографияһы

Мәғәсүм Мотаһар улы Йәғәфәров 1939 йылдың 7 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Үрге Ләкәнде ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген, 1956 йылда техник училищены тамамлағас, Күмертау ҡалаһының брикетлау фабрикаһы моторисы булып башлай.

1958—1961 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1979 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлай.

Институтты тамамлағандан һуң Бүздәк һәм Ауырғазы райондарында өлкән инженер, баш инженер, «Сельхозтехника» район берекмәһе идарасыһы булып эшләй.

1979—1981 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.

1981—1990 йылдарҙа КПСС-тың Бүздәк район комитетының беренсе секретарь.

1990 йылдан халыҡ депутаттарының Бүздәк район Советы рәйесе.

1991 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Крәҫтиән, фермер хужалыҡтары һәм уларҙың кооперативтары ассоциацияһы президенты.

1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының һуңғы, тарихи 12-се саҡырылышына Бүздәк районы 186-сы Күҙәй һайлау округы буйынса халыҡ депутаты итеп һайлана. Юғары Советтың Экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы була [2].

Фәнни хеҙмәттәре

  • Амортизация в воспроизводстве основных фондов / Монография // Ягафаров М.М., Аблеева А.М., Уфа, изд. БашГАУ, 2005. – 134 с.
  • Экономическая эффективность приемов использования осушенных земель // Экономика и управление, № 3, Уфа, 2005. С. 32 – 35.
  • Охрана труда в пчеловодстве // Мат-лы всерос. научно-практической конференции «Интеграция агарной науки и производства: состояние, проблемы и пути решения». – Уфа, БГАУ, 2008. – С. 289 – 291.
  • Памятка работодателю об организации обучения работников сельхозпредприятий по охране труда. – Уфа, БГАУ, 2008. – 26 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976)
  • СССР миҙалдары
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1999)
  • Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (1999)
  • Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2000)

Ғаиләһе

Ҡатыны менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5