21 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Ер: Макияшһыҙ һәм косметикаһыҙ көн.
АҠШ: Оло йәштәгеләр көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Файҙалы үләндәр йыйыу көнө.
Филиппин: Ниной Акина көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Офицерҙар көнө.
- Шағирҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1919 йыл: Башревком эвакуациянан ҡайта һәм Стәрлетамаҡта урынлаша.
- 1992 йыл: Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты ойошторола.
Был көндә тыуғандар
- Вяткин Михаил Порфирьевич (1895—7.12.1967), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1934 йылдан СССР Фәндәр академияһы Тарих институты Ленинград бүлексәһенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1957—1967 йылдарҙа директоры; 1945—1957 йылдарҙа Ленинград педагогия институтының СССР тарихы кафедраһы мөдире. Ҡырғыҙ ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1954), тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1945). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965). Фәнни хеҙмәттәре күсмә халыҡтар тарихына һәм Рәсәй империяһының социаль-иҡтисади тарихына, шул иҫәптән 20-се быуат башында Уралдағы тау сәнәғәте үҫешенә арналған. Сталин премияһы лауреаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Ямаҡаев Юлай Мөхәмәтхан улы (1940), агроном. 1959 йылдан Миәкә районы «Большевик» колхозының баш агрономы, 1990—2003 йылдарҙа — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Нарыҫтау ауылынан.
тулы исемлек
- Яникеев Дмитрий Янибаевич (1960), Ҡариҙел районының шәхси эшҡыуары — крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Бабейкина Елена Даниловна (1965), юрист. 2008—2024 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь районы 11-се суд участкаһының мировой судьяһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Хәмитов Ришат Ғәзиз улы (1965), вокалсы-артист, нәфис һүҙ оҫтаһы. 2000 йылдан хәҙерге Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берекмәһенең «Ашҡадар» башҡорт фольклор-эстрада төркөмө солисы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1995) һәм атҡаҙанған артисы (2022). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡорман ауылынан.
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (1841—28.06.1907), башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.
- Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (1936—16.12.2002), уҡытыусы, еңел атлетика һәм саңғы спорты буйынса тренер. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Козлов Анатолий Александрович (1946—3.11.2004), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1967—2004 йылдарҙа «Советская Башкирия» һәм «Республика Башкортостан» гәзиттәре хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1982 йылдан — бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостан Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылынан.
- Сәлихов Әмир Әғләм улы (1961), төҙөлөш тармағы хеҙмәткәре. 2002—2017 йылдарҙа Күмертауҙағы «Акрополь» йәмғиәте эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2011). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе Экибастуз ҡалаһынан.
- Лоҡманов Рәсих Сәләх улы (1942—2.11.2019), педагог, комсомол, мәғариф һәм партия органдары, матбуғат хеҙмәткәре. 1965 йылдан ВЛКСМ-дың Белорет район комитеты секретары; 1969 йылдан Белорет район мәғариф бүлеге мөдире; 1978 йылдан КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты секретары; 1980 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитеты инструкторы; 1991—1999 йылдарҙа Учалы районының «Яйыҡ» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Клюев Александр Владимирович (1952), ғалим-юрист, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан Башҡортостан студент төҙөлөш отряды комиссары; 1981—2000 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәре. 2001—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2004). Полковник (2005).
тулы исемлек
- Хөснийәров Ирек Вәғиз улы (1972), спортсы, тренер. Олимпия резервының Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө спорт мәктәбенең спорт ориентирләшеүе буйынса тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры.
- Мәғсүмов Илшат Илдар улы (1987), хужалыҡ хеҙмәткәре. 2011 йылдан Дүртөйлө ҡалаһындағы тротуар плиткаһы эшләүсе «Мир камня» предприятиеһы директоры. Йәштәрҙең бизнес-проекты республика конкурсы Грантын яулаусы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Һөйөндөков Ғүмәр Хәлил улы (1904—1982), тау эшсеһе. Учалы карьеры, Ҡарғалы һәм Межозерный рудниктарының элекке забойсыһы, тау мастеры. Ленин ордены кавалеры.
- Пономарёв Владимир Матвеевич (1939—26.07.2017), нефтехимик, йәмәғәтсе. 1974—2004 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе бригадиры. СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1990). Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Раевка ауылынан.
тулы исемлек
- Басюк Светлана Викторовна (1969), педагог-ғалим. Өфө ҡалаһының 25-се спорт мәктәбе директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы һәм иң яҡшы тренеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гончаренко Галина Николаевна (1969), финансист. 2012 йылдан Мәләүез районы хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2013). Сығышы менән ошо райондан.
- 1660 йыл: Анри Готье, Франция ғалимы, геолог, күперҙәр һәм юлдар проектлаусы.
- 1735 йыл: Тобиас Фюрно, [[Англияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, офицер.
тулы исемлек
- 1805 йыл: Август Бурнонвиль, Дания балетмейстеры, хореограф һәм педагог.
- 1935 йыл: Анатолий Гладилин, СССР яҙыусыһы, диссидент.
- 1935 йыл: Владимир Туриянский, СССР шағиры, композитор, бард.
- 1955 йыл: Сергей Сельянов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1975 йыл: Алисия Уитт, АҠШ актрисаһы, йырсы.
- 1986 йыл: Усэйн Болт, Ямайка еңел атлеты. Һигеҙ тапҡыр олимпия, 11 тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндә вафат булғандар
- 1940 йыл: Троцкий Лев Давидович, Совет Рәсәйе һәм СССР-ҙың сәйәси эшмәкәре, революционер.