Ҡорман (ауыл)
Ҡорман (рус. Курманова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
Район үҙәге Арғаяш ауылынан көньяҡҡа табан 2 километр алыҫлыҡта Маяшты күле буйында урынлашҡан.
Тарихы
Ҡорман (Маяшты) — һырҙы башҡорттарының ауылы[2]. Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Һырҙы улусы составында була. 1916 йылда ауылда Һырҙы улусы идаралығы, рус-башҡорт уилищеһы, почта бүлексәһе, 4 кибет теркәлгән[2].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Арғаяш кантоны составына керә. 1930 йылдан — Башҡортостан АССР-ы Арғаяш районы, 1934 йылда Урал өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Арғаяш районы составында.
Халыҡ һаны
Билдәле шәхестәре
- Бикмәтовтар — Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 1 2 3 История башкирских родов. Айле, Тырнаклы, Тубаляс. Том 25. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 224. — 696 с. — ISBN 978-5-295-06786-0.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы башҡорттарының Ырымбур губернаһы составына ингән торама пункттары (1866 йылда кәмендә 100 кеше йәшәгән торамалар күрһәтелгән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ир-егеттәрҙең һаны.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.