Миҙиәк
Миҙиәк (рус. Медиак) — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Камышевка ауыл биләмәһенә керә.
Тарих
XIX—XX быуаттарҙа ауылда мәҙрәсә эшләгән.
Халыҡ һаны
2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 170 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 92 ир-ат һәм 78 ҡатын-ҡыҙ[3].
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[4][5].
Инфраструктура
Ауылда фельдшер-акушер пункты, башланғыс мәктәп, клуб бар[6].
Билдәле шәхестәре
- Көсөков Хәмиҙулла Шаһингәрәй улы (1871 — ?) — уҡытыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән.
- Ҡорбанғәлиев Ғəбиҙулла Ғəбделхəким улы (1859—1920) — башҡорт дин әһеле, Миҙиәк мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы.
- Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы (1889—1972) — башҡорт дин әһеле, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтһарун Ғәбиҙулла улы (1892—1920) — хәрби эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт армияһында 3-сө Башҡорт полкының батальон командиры.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. [Электронный ресурс] / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған..
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ http://argayash.ru/argayashskiy-rayon/poseleniya/kamyshevskoe-selskoe-poselenie#overlay-context=argayashskiy-rayon/poseleniya/akbashevskoe-selskoe-poselenie