Ҡаратуған

Ҡаратуған (рус. Каратуган) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы ауыл. Ишәле ауыл биләмәһе составына керә.

Райондың көнсығышында, үлән баҫҡан һәм һайыҡҡан Ҡаратуған күле буйында урынлашҡан. Атамаһын да шул күл исеменән алған.

Рельефы — Урал аръяғы пенеплены — ярымтигеҙлек; иң яҡын түбәләр бейеклеге — 253 һәм 260 м.

Ландшафты — урман-дала. Күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдар менән бәйләнеш тота. Район үҙәге Арғаяшҡа 14 км, ауыл биләмәһе үҙәге Ишәлегә — 2 км.

Ауылға XX быуаттың 1-се сирегендә нигеҙ һалынған. Совет осоронда уның территорияһында «Ҡамышлы» совхозының бүлексәһе урынлашҡан була.[2]

Климаты

Климаты уртаса континенталь. Бында һауа торошо ҡапыл үҙгәреүсән, бының төп сәбәбе Урал тауҙарында. Артыҡ бейек булмаһа ла, Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауа массаларын индермәй, шуға ла бында һалҡын Арктика һавасы да, ҡыҙыу Урта Азия һава массалары ла еңел үтә. Бының һөҙөмтәһендә бында һауа торошо кинәт үҙгәрә йәки киҫкен континенталь.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2010[1]
4452

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар (100 %) йәшәй[4][5].

1970 йылда — 101, 1983 — 61, 1995 — 20 кеше йәшәгән.

Урамдары

  • БеренсеПервая

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә